Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Декабрь 2017, 16:41

Кулинар ярыш

Дыуан күп профилле колледжының Ҡыйғы филиалында “Кондитерлыҡ эше” компетенцияһы буйынса WORLDSKILLS форматында мини-чемпионат үтте. Унда биш ҡатнашыусы үҙ оҫталы- ғын күрһәтте.

Дыуан күп профилле колледжының Ҡыйғы филиалында “Кондитерлыҡ эше” компетенцияһы буйынса WORLDSKILLS форматында мини-чемпионат үтте. Унда биш ҡатнашыусы үҙ оҫталығын күрһәтте.

Ярыш башланыр алдынан йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов сәләмләне. Ул Ҡыйғы ерендә ҡунаҡтарҙы күреүгә шат булыуын белдерҙе. Бөгөн эшсе һөнәрҙәренә хеҙмәт баҙарында һорау ҙур булыуын билдәләп үтте. Кулинар – ул кухняла ниҙер бешереүсе кеше генә түгел, ҡабатланмаҫ “ижад емеше” тыуҙырыусы, үҙ эшенең оҫтаһы. Иң тәүҙә биш филиалдан йыйылған ашнаҡсы-кондитерҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, мауығыуҙары, ни өсөн нәҡ ошо һөнәрҙе һайлауҙары тураһында һөйләне. Сараның практик өлөшө кухняла үтте. Алдан уҡ төрлө аҙыҡ-түлек әҙерләп ҡуйылған өҫтәлдәр янына килеп, ярышсылар эшкә тотондо. Уларға птифура (кескәй пирожныйҙар) бешерергә кәрәк ине. Эштең ниндәй оҫталыҡ менән башҡарылыуы һәм ҡатмарлылығы, тәм сифат- тарының ярашыуы, шулай уҡ ризыҡты өҫтәлгә үҙенсәлекле итеп биреү баһаланды. Ҡыҙҙар птифура әҙерләгән арала колледждың спорт залында филиалдар мөдирҙәре триатлонда (йәйәнән атыу, дартс, пневматик винтовканан атыу) ярышты. Яңы Балаҡатай ауылынан Анатолий Накаряков, иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, еңеү яуланы. Рөстәм Туҡтаров (Үрге Ҡыйғы ауылы) – икенсе, Рөстәм Дистанов (Оло Ыҡтамаҡ ауылы) өсөнсө урын алды. – Беҙ үҙ аҡсабыҙға дүрт йәйә менән уҡ һатып алдыҡ, – тип һөйләне беҙгә Дыуан күп профилле колледжының Ҡыйғы филиалы мөдире Р. Туҡтаров. – Киләсәктә ошо спорт төрө буйынса секция асырға йыйынабыҙ. Унда йөрөргә теләүселәр күп булыр, тип уйлайым.– Миңә ышаныс белдереп, филиал етәкселеге конкурста ҡатнашырға тәҡдим итте. Бының ҙур яуаплылыҡ булыуын аңлап, һынатмаҫҡа, үҙ кулинар эшемде яҡшы һәм матур башҡарырға тырыштым, – ти конкурстың еңеүсеһе Гөлназ Хөснөтдинова.Конкурста ҡатнашыусыларға бирелгән ике сәғәт ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Улар өйҙә торт та бешереп килтергәйне. Еңеүсене йыйылған балдар суммаһы буйынса билдәләнеләр. Һөҙөмтәлә Үрге Ҡыйғы ауылынан Гөлназ Хөснөтдинова иң яҡшы кондитер тип табылды. Яңы Балаҡатайҙан Елизавета Каузеевич – икенсе, ярославка ауылынан Татьяна Данилова өсөнсө урын яуланы. Был кулинар ярыш йыл һайын уҙғарыла һәм ул уҡыусыларҙың оҫталығын, улар үҙләштергән һөнәрҙең абруйын күтәреп кенә ҡалмай, алған белемдәрен, күнекмәләрен тикшереүсе имтихан да булып тора. Конкурста ҡатнашыу ҡыҙҙарға яҡшы тәжрибә биргәндер.
Н. Нәғимов

Читайте нас: