Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Декабрь 2017, 19:08

ТӘБИҒӘТ ЯҘМЫШЫНДА – БЕҘҘЕҢ ЯҘМЫШ

Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите редакцияһы район хакимиәтенең мәғариф бүлеге, Экология һәм тәбиғәт ресурстары министрлығының Мәсәғүт терри- ториаль комитеты менән берлектә мәктәп уҡыусылары араһында “Тәбиғәт яҙмышында – беҙҙең яҙмыш” исеме аҫтында ижади эштәр конкурсы үткәрҙе.

Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите редакцияһы район хакимиәтенең мәғариф бүлеге, Экология һәм тәбиғәт ресурстары министрлығының Мәсәғүт терри- ториаль комитеты менән берлектә мәктәп уҡыусылары араһында “Тәбиғәт яҙмышында – беҙҙең яҙмыш” исеме аҫтында ижади эштәр конкурсы үткәрҙе.

Был ижади конкурста уҡыусылар ҙур әүҙемлек күрһәтте – рус, башҡорт һәм татар телдәрендә яҙылған 33 ижади эш тапшырылды. Балалар үҙҙәрен төрлө жанрҙа һынап ҡараған: яҙмалар араһында хикәйәләр ҙә, шиғырҙар ҙа, иншалар ҙа, мәҡәләләр ҙә, интервьюлар ҙа, хатта әкиәт һәм очерк та бар ине. Үҙ әҫәрҙәрендә уҡыусылар тыуған төйәктәренең экологик проблемаларына битараф булмауҙарын күрһәтә, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итә. Башланғыс һәм урта кластар уҡыусылары конкурста айырыуса ҙур әүҙемлек күрһәтте. Туғыҙлы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 2-се һәм 4-се (етәкселәре Г. Уйылданова һәм Р. Фәрхиуллина), Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының 3 “а” һәм 6 “б” (А. Мирсаева, Ю. Ҡотопова), Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбенең 8-се һәм 9- сы кластарын (етәксеһе Л. Сәйфуллина) яҡшы яҡтан билдәләп үтке килә. Конкурс комиссияһына еңеүсе- ләрҙе билдәләү еңел булманы. Жюри ағзалары теманың ни тиклем тулы асылыуына, яҙыу стиленә, темаға шәхси мөнәсәбәтте сағылдырыуға, хатаһыҙлыҡҡа, эштең ижади харак- терына ҡарап йомғаҡтар сығарҙы. Һөҙөмтәлә призлы урындар өс йәш категорияһы буйынса билдә- ләнде. Башланғыс кластар араһында I урын – Наҙгөл Ғимаҙиеваға (Абза урта мәктәбе), II урын – Ислам Хәбибйәновҡа (Туғыҙлы төп дөйөм белем биреү мәктәбе), III урын Алһыу Фәизоваға (Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы) бирелде. Урта кластар араһында I урынға – Азамат Әхтәмов (Абзай урта мәк- тәбе), II урынға – Айҙар Фәрүәжев (Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе), III урынға Гөлназ Шәрифуллина (Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбе) лайыҡ булды. Өлкән кластар араһында I урынды – Аида Әлибаева (Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбе), II урынды – Тимур Һаҙыев (Үрге Ҡыйғы лицейы), III урынды Диана Хәкимйәнова (2-се урта мәктәп) яуланы. Өс уҡыусы “Ижади ҡараш һәм эштең үҙенсәлеклелеге өсөн” номинацияһында диплом менән бүләкләнде: Йәмилә Ҡотопова (Үрге Ҡыйғы лицейының 3 “в” класы), Альфред Хурамшин (Абзай урта мәктәбе 8-се класы), Данил Тарик (Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе 9-сы класс уҡыусыһы). Еңеүселәргә дипломдар һәм редакцияның Яңы йыл бүләктәре район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Экология йылын ябыу тантанаһында тапшырылды. “Беҙҙе, йәш быуынды, экология мәсьәләләре борсомайынса ҡалмай. Беҙҙең яҙмышыбыҙ һәм киләсәгебеҙ тәбиғәт яҙмышына бәйле. Конкурста ҙур теләк менән ҡатнаштыҡ. Бөгөн үҙ эшебеҙ өсөн бүләктәр алыуыбыҙға шатбыҙ,” – ти призерҙар. Балаларҙың иң яҡшы әҫәрҙәре 2018 йылда “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитендә донъя күрәсәк.
З. Ғималетдинова. С. Исмәғилева.

фотоһы.

Читайте нас: