Тәбиғәттең көләс яҙҙары ла, йәмле йәйҙәре лә, алтын көҙҙәре лә, аҡҡош кеүек ап-аҡ ҡыштары ла – һәр береһе үҙенсә матур. Уның бөтә миҙгелдәрен дә мин ниндәйҙер кинәнес менән көтөп алам. Ҡышын рәхәтләнеп саңғы, сана, коньки шыуам, иптәштәрем менән ҡар ҡаласығы төҙөйөм, рәхәтләнеп йомшаҡ ҡарҙа хыялға бирелеп ятып та алам. Усыма ҡарҙы алам да, бик оҙаҡ уның матурлығына иҫем китеп күҙәтәм. Ниндәй мөғжизәләрҙән тора был тәбиғәт! Яҙын тауға менәм дә, ағас бөрөләренең бүртеүенә, ҡоштарҙың моңона иҫем китеп, яҙын ғына була торған хуш еҫкә баштарым әйләнеп бик оҙаҡ торам. Йәйен тағы күңелем ошо тәбиғәткә ынтыла – рәхәтләнеп йәшел үләндә тәгәрәйем, уйнайым, еләк- емеш, бәшмәк, әсәйем менән дарыу үләндәре йыям. Әсәйем менән беҙ күберәк Тирмәнғул урманына барабыҙ, сөнки унда, беренсенән, беҙҙең бесәнлек, икенсенән, еләк, бәшмәк күп. Үткән йәй ҙә беҙ ошо урманыбыҙға барып рәхәтләнеп ял итеп, еләк йыйып ҡайтырға булдыҡ. Юлда мин ҡыуанысымдан ни эшләргә белмәй әсәйемә йырҙар йырланым, төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләнем. Ләкин юл быйыл бер ҙә тигеҙ түгел, соҡор- саҡыр булып бөткән. Быға мин бик аптыраным. Таныш ергә килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Урман эсенә инә башлаған инек, машина- трактор геүләүе, кешеләр ҡысҡырышҡан тауыштарға аптырап киттек. Ипләберәк ҡараһаҡ, беҙҙең урман урынында буш ялан ҡалған. Был күренештән минең башым әйләнеп китте, яҡты көн ҡараңғыланғандай булды. Оло ағайҙар ағастарҙы йығалар, ҡырҡалар. Аҙаҡ ҙур-ҙур машиналарға бейек итеп тейәп, беҙ килгән юлдан әллә ҡайҙа оҙаталар, урман урынына ташландыҡ ағас өйөмдәре, төпсөктәре генә ҡалып бара. Һәр йығылған ағас ыңғырашып ауғандай тойолдо миңә. Уларҙы йәлләп күҙҙәремә йәштәр тығылды. Мин әсәйемдән: – Әсәй, ниңә ағастарҙы йығалар? Бында йәшәгән хайуандар, ҡоштар ҡайҙа булғандар һуң? – тип һорағас, – Әлләсе, ҡыҙым, тынысыраҡ ергә ҡасҡандар- ҙыр. Әйҙә, балам, тиҙерәк ҡайта һалайыҡ. Бүтән бында беҙ еләккә килә алмабыҙ инде, – тип ауыр көрһөндө. Ҡайтҡанда бер һүҙһеҙ ҡайттыҡ, юл да оҙон күренде миңә, етмәһә, соҡорҙарҙа йығылып тубығымды йырттырып, илап та алдым. Аяғым ауыртыуға иланыммы, әллә урманда булған хәлгәме, үҙем дә аңламаным. Уҡытыусы миңә “Тәбиғәт яҙмышында – беҙҙең яҙмыш” темаһына инша яҙырға ҡушҡас, минең күңелемә шылт итеп ошо хәл иҫкә төштө. Бәлки, иншамда ошо турала яҙһам, теге урманды йыҡҡан ағайҙар гәзит аша уҡып насар эштәрен туҡтатырҙар тип, ҡулыма ручка алдым! Сөнки быйылғы йыл тәбиғәтте һаҡлау йылы бит. Тирә-яғы сүплеккә әйләнгән йылға буйҙары, ҡырҡылған урмандар, юҡҡа сыға барған үҫемлектәр, хайуандар һәм ҡоштар. Тәбиғәт дошмандары ҡылған насарлыҡтар йылдан-йыл күбәйә генә. Тормош былай барһа, беҙ үҫкәнсе был донъяла нимә ҡалыр, тәбиғәт менән нимә булыр, һәм беҙ нисек йәшәрбеҙ икән?! Күктә нурлы ҡояшыбыҙ берәү генә булған кеүек, тәбиғәтебеҙ ҙә берәү генә. Уға ҡарата үтә лә һаҡсыл ҡарашта булайыҡ, сөнки тәбиғәт яҙмышында – беҙҙең яҙмыш. Ер-һыуҙарҙы һаҡлау – беҙҙең бурыс, Ярҙам килмәҫ ситтәр-яттарҙан. Ҡәҙерләйек барын һуңла-майса! Ҡурсалайыҡ уҫал заттарҙан!
Н. Ғимаҙиева, Абзай урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы.