Кеше ғүмер-ғүмергә тәбиғәт менән көрәшкән, унан ҡурҡҡан. Ә хәҙер киреһенсә. Әҙәм балаһы урмандарҙы киҫә, һаҙлыҡтарҙы киптерә, тауҙарҙы ишә. Ер шарында хәҙер дүрт миллиард ярымлап кеше йәшәй. Был һан йыл һайын 70–80 миллионға арта. Кешенең тәбиғәткә һөжүме лә көсәйә. Тәбиғәт аҡрынлап үҙгәрә бара, боҙола. Ғалимдар һуңғы йөҙ йыл дауамында йәнлек-хайуандарҙың алтмыш төрө һәм ҡоштарҙың йөҙгә яҡын төрө юҡҡа сығарылыуын иҫәпләгәндәр, бигерәк тә һуңғы илле йыл эсендә. Кеше уларҙы ите, тиреһе, ҡаурыйы йә һөйәге өсөн һәм хатта тиктомалға ла үлтергән. Уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге асыҡ әйтелһә лә, үҙгәрештәр аҙ. Тәбиғәтебеҙ матур булһын өсөн, беҙ уны бысратмаҫҡа, һаҡларға тейешбеҙ. Ә урманға барған һайын һәр кеше сүп- сарын ташлап китһә, нимә була? Сүпте лә бит бер урынға йыйып яндырырға йәки үҙең менән алып ҡайтырға мөмкин. Ут менән дә эш иткәндә һаҡ булырға кәрәк. Усаҡты махсус таш менән кәртәләп яндырыу хәйерле. Ҡайтыр алдынан уны һүндереп, һыу һибеп китергә кәрәк. Урманға сыҡҡан һәр кеше сәскәләрҙе өҙә башлаһа, Еребеҙ бер бөртөк сәскәһеҙ ҡаласаҡ… Яландарҙа ултырған матур-матур сәскәләрҙе һис тә өҙмәй, ситтән генә һоҡланып ҡарап булмаймы? Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда ағастарға балта менән сабыу, ҡоштарҙың ояларын туҙҙырыу ҙа ғәҙәти хәлгә әйләнеп бөткән… Әгәр былай дауам итһәк, оҙаҡламай Еребеҙ йәмһеҙ, бысраҡ булып ҡаласаҡ.. Шуға ла Ерҙе бысратмайыҡ, рәнйетмәйек, һаҡлайыҡ һәм яратайыҡ!!! Кеше ер шарына хужа булып алған. Тик хужаның кемлеге тураһында уның ҡаралты-ҡураһы һөйләй. Хужабикә тураһында ул йәшәгән йорт эсе хәбәр итә. Бөгөнгө көн кешеләрен ысын хужа тип әйтеп булмаҫ инде. Әгәр ҙә минең тылсым таяғым булһа, мин Ер планетабыҙҙа йәшәгән һәр кешене аңлы хужа, еребеҙҙең яҙмышы өсөн ҡайғыртыусан һәм яуаплы итер инем. Тик тылсым таяғым ғына юҡ шул…
Г. Шәрифуллина, Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбенең 7 “б” класы уҡыусыһы