Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Ғинуар 2018, 11:38

“ҮҘ ЯҠТАШТАРЫМА ФАЙҘАЛЫ БУЛЫРҒА”

Һуңғы ваҡытта беҙ белем алып, тыуған районына эшкә ҡайтҡан, тыуған ерендә төпләнергә, яҡташтарына файҙа килтереп йәшәргә теләгән йәштәр тураһында гәзит биттәрендә йыш яҙабыҙ. Йәштәр күңеленә оҡшаған ғына түгел, башҡаларға файҙалы һөнәр менән шөғөлләнә. Күптән түгел Үрге Ҡыйғы ауылында Фидрат Мөхәмәтдинов көнкүреш техникаһы ремонтлау буйынса оҫтахана асты. Әлегә тиклем ит турағыс, кер йыуыу машинаһы, һыуытҡыс, электр ҡорамалдары кеүек көнкүрештә кәрәкле техниканы ремонтлатыу, уларға запас частар табыу ҡыйынға тура килә торғайны. Ситтән килеүсе мастерҙарҙы халыҡ айҙар буйы көтөргә мәжбүр булды.

Фидрат Марат улы б ә л ә к ә й ҙ ә н ҡыҙыҡһыныусанлығы менән айырылып тора. Теләһә ниндәй уйынсыҡты һүтеп йыйырға ярата. Һуңыраҡ көнкүреш приборҙарына ла тотона башлай. Алты йәшендә электр ҡабыҙғысын һүткәндә, ток һуғып, реанимацияға эләгә. Был хәл малайҙы һис ҡурҡытмай, киреһенсә, өлкәндәрҙән өйрәнергә, уларҙан кәңәш һорарға кәрәклеген генә аңлай. Иң яҡшы кәңәшсеһе һәм ярҙамсыһы атаһы Марат Мөҙәрис улы була. Ул да техникаға ғашиҡ, барыһын да үҙ ҡулдары менән эшләй белә, һөнәре буйынса электрик. Улар бергәләп механик уйынсыҡ- тарҙан электр уйынсыҡтары яһайҙар, бүлмәләр буйлап вагонлы поездар, танктар “йүгерә”. Мәктәптә Фидраттың яратҡан фәне физика була (уҡытыусыһы – Гөлназ Лерон ҡыҙы Баймөхәмәтова). Һис ниндәй ауырлыҡһыҙ Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһына уҡырға инә. Уны көнкүреш машиналары һәм приборҙары инженеры һөнәре буйынса тамамлай. Һуңынан РФ Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә, стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре телеграфисы була. Демобилизациянан һуң ҡалала эшләп һәм йәшәп ҡарай. Ләкин тәбиғәт ҡосағында, тау-урмандар араһында үҫкән егет ҡала мөхитен үҙһенмәй, күңеле тыуған яҡтарына тартыла. Районда көнкүреш техникаһын ремонтлау буйынса мастерҙарға ҡытлыҡ булыуын белгәнлектән, үҙ эшен асырға хәл итә. Редакция бинаһының беренсе ҡатындағы бүлмәне ҡуртымға алып, үҙ оҫтаханаһын аса. Бөгөн теге йә иһә был электр приборын ремонтлауын һорап килеүселәр бик күп. Заманса техника ассортименты йылдан-йыл киңәйә, төрлө маркалы туңдырғыстар, һауыу- һаба йыуыу машиналары, микр о в о л н о в к а л а р , мультиваркалар, термопоттар (һыҙғыртҡыслы сәйнүктәр), иретеп йәбештереү аппараттары, шөрөп борғостар, “болгаркалар” һ.б. көнкүрештә киң ҡулланыла. Йәш мастер уларҙың һәр ҡайһыһын ремонтлай белә. Заказсылар һораһа, ауылдарға ла сыға. Йүнсел эшҡыуар киләсәктә өҫтәмә эш урындары булдырырға хыяллана. Үҙ ғаиләһен дә ҡорған ул – ҡатыны Карина Рәүил ҡыҙы редакцияла эшләй. “Ҡалала йәшәү беҙгә оҡшаманы. Бында беҙҙең һәр саҡ ярҙам итергә әҙер ата-әсәйебеҙ, дуҫтарыбыҙ эргәбеҙҙә. Үҙ хеҙмәтебеҙ менән районыбыҙға, яҡташтарыбыҙға файҙа килтерергә теләйбеҙ. Эштән буш ваҡытыбыҙҙа спорт менән шөғөлләнәбеҙ, тәбиғәт ҡосағына сығабыҙ,” – тип һөйләй Фидрат.
Л. Саҙретдинова.
С. Исмәғилева фотоһы.

Читайте нас: