Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Ғинуар 2018, 16:33

ОҪТАЛЫҠ БАЙРАМЫ

Район мәктәптәрендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр араһында төрлө конкурстар бик йыш үткәрелә. Йыл һайын мәктәп ашнаҡсылары араһында үткәрелгән конкурс “Ашнаҡсы бәйгеһе” тип атала. Унда ҡатнашыусылар һөнәри оҫталыҡтарын ғына күрһәтеп ҡалмай, ижади һәләттәрен дә күрһәтә. Ғәҙәттә бындай саралар байрам төҫө ала. Уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек хөкөм һөрә, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу майҙансығына ла әйләнә. Был бишенсе тапҡыр ойошторолған юбилей конкурсы ла башҡаларынан айырылманы. Дәртле музыка, йыр-уйындар бәйгегә байрам төҫө өҫтәне.

Район мәктәптәрендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр араһында төрлө конкурстар бик йыш үткәрелә. Йыл һайын мәктәп ашнаҡсылары араһында үткәрелгән конкурс “Ашнаҡсы бәйгеһе” тип атала. Унда ҡатнашыусылар һөнәри оҫталыҡтарын ғына күрһәтеп ҡалмай, ижади һәләттәрен дә күрһәтә. Ғәҙәттә бындай саралар байрам төҫө ала. Уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек хөкөм һөрә, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу майҙансығына ла әйләнә. Был бишенсе тапҡыр ойошторолған юбилей конкурсы ла башҡаларынан айырылманы. Дәртле музыка, йыр-уйындар бәйгегә байрам төҫө өҫтәне.

Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбе ашханаһында үткән конкурс ете мәктәптең ашнаҡсыларын һәм уларҙың ярҙамсылары – уҡыусыларҙы йыйҙы. Беренсе эш өҫтәлдәрҙе байрамса биҙәү булды. Конкурстың положениеһына ярашлы, конкурсанттар бер төрлө генә ризыҡ тәҡдим итергә тейеш булһалар ҙа, өҫтәлдәр тәмле ашамлыҡтарҙан һығылап тора ине. Конкурс дүрт этаптан торҙо. Беренсе балдар “Визит карточкаһы” өсөн булды. Һәр команда үҙенсә айырылып торҙо. Артислыҡ, “Сәләмәт ризыҡ” әҙерләү оҫталығы менән жюри ағзаларын ҡыуандырҙы улар. Өй эше конкурсында күптәр ҙур талант эйәләре булыуҙарын иҫбатланы. Конкурсанттар төрлө йәшелсәнән һындар яһап алып килгәндәр. Сөгөлдөрҙән сәмәрләп киҫелгән розалар, томаттарҙан – тюльпандар, кәбеҫтәнән – хризантемалар, ҡыярҙан – шыршылар, йылан, төрлө гөлләмәләр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Жюри ағзалары һәм тамашасылар конкурсанттарҙың эшенә сикһеҙ һоҡланыуҙарын йәшерә алманы. Бынан тыш, ҡатнашыусылар тест эштәрен башҡарҙы. Һуңынан конкурсанттар банкет өҫтәленә ҡамыр аштары әҙерләүҙә “Оҫталыҡ дәресе” үткәрҙе. Мәғариф бүлеге технологы Р. Хажиева билдәләүенсә, ғәмәлдәге ҡағиҙәгә ярашлы, уҡыусылар рационында ҡыҙҙырылған ризыҡтар, майонез, әсе соустар булмаҫҡа тейеш. Парҙа, һыуҙа, һыуһыҙ бешерелгән ризыҡтарға өҫтөнлөк бирелә. Сәләмәт туҡланыу – ул ябай аҙыҡ- түлектән әҙерләнгән ашһыу. Ләкин был ашнаҡсыларға үҙ һәләттәрен асып һалырға ҡамасаулыҡ итмәне. Төрлө салаттар, ҡайнар аштар, күҙҙең яуын алып тороусы бәлештәр жюри ағзаларын бер ни тиклем аптыратып та ҡуйҙы, сөнки улар барыһын да тәмләп ҡарарға һәм үҙ баһаһын бирергә тейеш ине. Иң яҡшыһын һайлап алыу өсөн улар тәү сиратта биҙәү оҫталығын, барлыҡ ҡағиҙәләргә, нормаларға тап килеүен иғти- барға алды. Иң юғары һөҙөмтәләргә ирешеп, Түбәнге ҡыйғы ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе командаһы (һүрәттә) Гран-при яуланы. Беренсе урынды – Солтан ауылы, икенсе урынды – 2-се һанлы Үрге ҡыйғы ауылы, өсөнсө урынды Вәҡиер ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе командалары яуланы. Үрге ҡыйғы ауылы лицейы командаһы – “Алтын ҡуллы оҫта”, Ләүзә урта мәктәбе командаһы – “Ябайҙан – ғәҙәти булмаған”, Йыланлы урта мәктәбе командаһы “Еңеүгә ышаныс” номинацияларында еңеүсе тип билдәләнде. Конкурс еңеүселәре һәм номинанттары район мәғариф бүлеге дипломдарына һәм “ОптТорг” ЯСЙ-һы бүләктәренә лайыҡ булды. “Мәктәп эргәһе участкаһы арҡаһында мәктәп ашханаһын төрлө йәшелсә ризыҡтары, салаттар менән тәьмин итеп була. Картуф, йәшелсә һәм емеш-еләкте балалар һәр саҡ өҫтәлдә күрергә шат. Һеҙ бөгөн беҙҙе үҙ талантығыҙ, уйлап сығарыу һәләтегеҙ менән хайран ҡалдырҙығыҙ. Үҙ бурыстарығыҙҙы ҙур яуаплылыҡ менән, яратып башҡарыуығыҙ, балаларға туҡлыҡлы һәм файҙалы аш-һыу әҙерләргә тырышыуығыҙ һиҙелә,” – тине жюри рәйесе, район мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыев, байрамға йомғаҡ яһап. В. Харисов, Шишмә ҡасабаһы “ОптТорг” ЯСЙ-һы директоры урынбаҫары: – Был конкурстың төп маҡсаты – тәмле һәм матур итеп аш-һыу әҙерләй белгән кешеләрҙе асыҡлау. Көндөң төп өлөшөн балалар мәктәптә үткәргәнлектән, уларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итеү бик мөһим. Беҙҙең районда балалар туҡланыуын ойоштороуға тейешле иғтибар бирелә һәм беҙҙең алда мөмкин тиклем күберәк балаларҙы туҡланыу менән тәьмин итеү бурысы тора. Шуға ла ашнаҡсыларыбыҙҙың һәләттәрен һәм оҫталыҡтарын популярлаштырырға кәрәк. Әйтергә кәрәк, конкурсанттар блюдоларҙы әҙерләгәндә белемдәрен генә ҡулланманы, бар күңелен һалды.
С. Исмәғилева. Автор фотоһы.

Читайте нас: