Беҙҙең Ҡыйғы
+12 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
14 Февраля 2018, 13:47

“ҠЫЙҒЫР БЫУЫНЫ” РАЙОН ҮҪЕШЕ ЯҠЛЫ

Район мәҙәниәт йортонда “Ҡыйғыр быуыны – 2018” II йәштәр форумы үтте, унда тыуған яғының социаль-иҡтисади проблемаларына битараф булмаған инициативалы йәштәр үҙ проекттарын тәҡдим итте. Форумға Өфөнән саҡырылған спикерҙар төрлө проекттар өҫтөндө эшләүсе йәштәргә файҙалы практик кәңәштәр бирҙе.

Район мәҙәниәт йортонда “Ҡыйғыр быуыны – 2018” II йәштәр форумы үтте, унда тыуған яғының социаль-иҡтисади проблемаларына битараф булмаған инициативалы йәштәр үҙ проекттарын тәҡдим итте. Форумға Өфөнән саҡырылған спикерҙар төрлө проекттар өҫтөндө эшләүсе йәштәргә файҙалы практик кәңәштәр бирҙе.

“Берҙәм Рәсәй”ҙең “Йәш гвардия” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан Төбәк бүлексәһе штабы етәксеһе, ӨДНТУ-ның йәштәр инициативаларын үҫтереү үҙәге етәксеһе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Төбәк бүлексәһе сәркәтибе урынбаҫары Л. Йолоева “Йәмәғәт ойошмалары һәм хәрәкәттәре менән үҙ-ара эшләү” темаһын асты. Ул йәштәрҙең ташып торған энергияһын тормошҡа ашырыу йүнәлештәре менән таныштырҙы. “Йәмәғәт ойошмаһының маҡсаты – изге эштәр башҡарыу. Төрлө йүнәлештәр һайларға мөмкин: патриотик, хәйриә, сәләмәт тормош йүнәлешендә. Ә эштең асылы бер – үҙебеҙ йәшәгән йәмғиәттә килеп тыуған социаль проблемаларҙы сисеүҙә ярҙам итеү. Үҙеңдең проектыңды тормошҡа ашырыу маҡсатында йәштәр өсөн ойошторолған төрлө программаларҙа ҡатнашып, гранттар яуларға кәрәк. Үҙ көсөңә ышанып, киләсәктә үҙеңде тыуған ауылыңа, республикаңа, илеңә файҙалы итеп күрә белергә кәрәк,” – тип аңлатты Люция Ҡәғим ҡыҙы. Эффектлы уҡытыу фәнни- производство үҙәге тренер-психологы, Халыҡ-ара фәндәр академияһы ағзаһы Х. Гурова йәштәрҙә ғаилә ҡиммәттәрен тәрбиәләү темаһына әңгәмә үткәрҙе. Хәлиҙә Хариф ҡыҙы: “Йәш кеше башҡаларҙы ярата, дуҫлаша белергә, ете быуынға тиклем үҙенең ғаиләһе тарихын өйрәнергә, аҡылын, күңелен һәм йөрәген тик ыңғай уй-фекерҙәр менән тулыландырырға, кешеләрҙең тик яҡшы сифаттарын ғына аса белергә тейеш. Был донъяға изге, яҡшы эштәр эшләргә килгәнебеҙҙе аңлаһаҡ ҡына үҙебеҙҙең бәхетле икәнебеҙҙе тоябыҙ,” – тип һөйләне. Республика йәштәр социаль- психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәге директоры А. Нурмөхәмәтова социаль проекттар мәсьәләләре буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Бынан һуң йәш тикшеренеүселәрҙең “проекттар конвейеры” башланды. Үрге Ҡыйғы лицейы уҡыусылары экология һәм хәйриә йүнәлешендәге проекттар тәҡдим итте. Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы И. Ғирфанова үҙенең “Ҡыйғы–TV” тигән эшен районда балалар өсөн телетапшырыуҙар ойоштороуға бағышланы. Иҫке Мөхәмәт урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы А. Ғәлимова үҙ проектын йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеүгә арнаған. Ул пляж волейболын үҫтереү һәм уны төбәк-ара кимәлгә сығарыу идеяһын яҡланы. Абзай ауылы китапханасыһы Г. Байрамова С. Байрамов һәм Л. Миңлеғәлимова менән берлектә әҙерләгән “Һоҡланғыс быймалар донъяһы ” пректын урындағы халыҡ кәсебен тергеҙеү темаһына бағышланы. Улар йөндән әҙерләнгән әйберҙәр тарихына байҡау яһаны. Киләсәктә был һөнәр серҙәрен йәштәргә өйрәтергә теләйҙәр. Балалар модель китапханаһы китапханасыһы М. Ахунова шәфҡәтлелек йүнәлешендәге “Бер ҡояш балалары” тигән проекты менән таныштырҙы. Йәш белгестең планында – мөмкинселектәре сикләнгән балаларға китапханала уңайлы шарттар тыуҙырыу. Район хакимиәте башлығы Ш. Мө- хәмәтдинов һәм спикерҙар һәр эштең өҫтөнлөгөн, етешһеҙ яҡтарын әйтеп үтте, киләсәктә үҫтереү өсөн мөһим кәңәштәрен еткерҙе. “Күп проекттар тормошҡа ашырылырлыҡ. Район халҡы файҙаһына йүнәлтелгән ҡыйыу һәм файҙалы башланғыс-тарығыҙҙы бергәләп тормошҡа ашырырға мөмкин,” – тине Шамил Радил улы. Ошолай итеп, “Йәшел Ҡыйғы” проекты Гран-при яуланы. “Йөҙҙәге йылмайыуҙар” – беренсе, “Ҡыйғы TV” – икенсе, “Ергә сүп-сар килеш- мәй” проекты өсөнсө урын алды. “Һоҡланғыс быймалар донъяһы” проекты дәртләндереү премияһына лайыҡ булды. Был эш “Аҫылташ” республика йәштәр форумында ҡатнашыу өсөн тәҡдим ителде. Бар ҡатнашыусылар ҙа бүләк сертификатына лайыҡ булды.
Л. Саҙретдинова.
Читайте нас