Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Март 2018, 17:10

АСЫЛМАҒАН ТАЛАНТТАРЫ КҮП ӘЛЕ

Хаҡлы ялға сыҡҡас, күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең яңынан- яңы һәләттәрен аса. Балалары үҫкән, ейәндәрен ҡарашҡандар. Хеҙмәткә күнеккән тырыш ҡулдары тынғы белмәй, ә күңелдәре һәр саҡ ниндәйҙер осош һәм матурлыҡ теләй.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең яңынан- яңы һәләттәрен аса. Балалары үҫкән, ейәндәрен ҡарашҡандар. Хеҙмәткә күнеккән тырыш ҡулдары тынғы белмәй, ә күңелдәре һәр саҡ ниндәйҙер осош һәм матурлыҡ теләй.

Ошондай гүзәл заттарҙың береһе – Мәрйәм Рәүил ҡыҙы Талипова. Ул оҙаҡ йылдар бухгалтер булып эшләгән, ҡыҙы Эльзаны, улдары Айҙар менән Аданисты тәрбиәләп үҫтергән. Ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләргә ярҙамлашҡан. Хәҙер уларҙың үҙ ғаиләләре, үҙ оялары бар. Йорт хужаһы Афран Нурулла улы ағас менән эшләргә ярата. Ә Мәрйәм Рәүил ҡыҙы ҡулына бәйләм энәләре алып, матурлыҡ тыуҙырырға әүәҫ. Бәйләргә уны бәләкәй сағында әсәһе Наилә Ғәлиәскәр ҡыҙы өйрәткән. “Һеңлеләрем һәм әсәйем менән бергәләп дебет шәлдәр, ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй торғайныҡ. Ғаиләбеҙ ҙур булғанлыҡтан, уларҙың һәр ҡайһыһы кәрәкле ине. Атайым менән ағайҙарым ағас, тимер менән эшләне,” – тип хәтерләй ветеран. Мәрйәм Рәүил ҡыҙы төрлө әйберҙәр: пинеткалар, костюмдар, башлыҡтар, шарфтар, тапочкалар бәйләй. Күптән түгел Интернет селтәре аша нәзәҡәтле сәскәләр бәйләргә өйрәнгән. Был һөнәр үҙенә генә оҡшап ҡалмаған, яҡындарының һәм дуҫтарының да күңеленә хуш килгән. Ырғаҡ ярҙамында ғәжәп матур лилиәләр, ап-аҡ каллалар, төрлө төҫтәге гүзәл розалар, серле ҡәнәферҙәр барлыҡҡа килә. Айырым һабаҡтарҙа әле асылмаған сәскә бөрөләре күренә. Улар авторҙың әле асылмаған таланттары булыуы тураһында һөйләй кеүек.
Л. Саҙретдинова.Автор фотоһы.

Читайте нас: