Илфира Зәки ҡыҙы урындағы мәктәптә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән уҡыта. Ул талантлы педагог һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе- тикшеренеүсе лә. Үҙенең ҡыҙы – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның социаль-гуманитар факультеты беренсе курс студенткаһы Гөлсәсәк менән “Халыҡ тарихында минең ырыуым йылъяҙмаһы” темаһына генеалогия өлкәһендәге республика тикшеренеүҙәр эштәре конкурсында ҡатнашып, “Шәжәрәне төҙөгәндәге ижади ҡараш һәм үҙенсәлеклелек өсөн” номинацияһында беренсе урын яулағандар һәм Рәхмәт хатына лайыҡ булғандар. Илфира Зәки ҡыҙы: “Үҙебеҙҙең шәжәрәне төҙөү өҫтөндә беҙ алты йыл эшләнек. Беҙҙең ырыу йылъяҙмаһы 18 быуаттан алып төҙөлгән. Беҙ 1816, 1850 һәм 1859 йылдарҙағы ревизиялар белешмәләре менән файҙаландыҡ. Тыуған яҡ тарихын яҡшы белеүсе ауыл ветерандары Р. Арсланова, Ф. Хәкимйәнова, М. Ғилмановалар ҙур ярҙам күрһәтте”, – тип һөйләй. Конкурстың темаһы БР-ҙағы Ғаилә йылына арналған. Бер ғаиләнең, бер ырыуҙың тарихы – тотош ил һәм бөтә халыҡ тарихының бер өлөшө. Йөкмәткеһе буйынса бай эште Илфира Зәки ҡыҙы матур итеп биҙәгән дә. Бынан тыш, ул конкурсҡа үҙенең матур ҡул эштәрен ҡуйған. Уларҙың һәр ҡайһыһы – ысын шедевр. Сигелгән әйберҙәргә, төрлө панноларға, ырғаҡ менән бәйләнгән күлдәктәргә һәм костюмдарға ҡарап туймаҫлыҡ. Әлбиттә, ырғаҡ менән бәйләү ябай түгел, күп ваҡыт, ҡулдарҙың тилберлеге талап ителә. Ләкин көндәлек тормошта матурлыҡ тыуҙырырға теләүселәр эштең ҡатмар- лылығынан ҡурҡып тормай. Үҙ мәктәбендә уҡыусы ҡыҙҙарҙы ла ул ошо һөнәргә өйрәтә. Тормош иптәше Вадим Владик улы – технология уҡытыусыһы. Ағастан төрлө изделиелар яһарға оҫта, тирә- яҡта йәш килендәр өсөн һандыҡтар яһауы менән дан тота. Ғаиләлә өлкән ҡыҙҙары Гөлсәсәктән башҡа, тағы ике бала тәрбиәләнә. Улдары Илназ – Өфө ҡалаһы иретеп йәбештереү-монтаж колледжы студенты. Ҡыҙҙары Рузалина 4-се класта уҡый. Улар барыһы ла ижад менән шөғөлләнә. Илфира Зәки ҡыҙы аш-һыу әҙерләргә лә маһир. Йәйге ваҡытта баҡсала эшләргә ярата, розалар үҫтерә, төрлө сорттарҙан тотош плантация булдырған. Бына ошондай ижади һәм егәрле ғаилә йәшәй Йүкәлекүл ауылында. “Ир – беләк, ҡатын – терәк, тиҙәр. Бер-береһенә терәк булып йәшәгәнгә, Носратуллиндар ғаиләһендә – именлек һәм бәхет,” – ти ауылдаштары.