Беҙҙең ҡыҙҙар “Икенсе һулыш” номинацияһында – телеоператорҙар, тележурналистар, телемонтажниктар конкурсында үҙ эштәрен тәҡдим итте. Ситтән тороп башҡарылған этапҡа улар “Минең быуыным” темаһына видеоролик ебәрҙе. Эш яҡшы баһа алды һәм авторҙар “Черемушки” балалар һауыҡтырыу лагеры базаһында үткән йомғаҡлау турына саҡырылды. Был йомғаҡлау турында ҡыҙҙар ижади эш башҡарырға – бер сара тураһында видеоролик әҙерләргә һәм өй эшен – “Йәштәшем образы” видеосюжетын тәҡдим итергә тейеш ине. Ҡыҙҙар барлыҡ заданиеларҙы бик теләп һәм еңеллек менән башҡарҙы. Конкурста күрһәткән һәләттәрен иҫәпкә алып, “Йәш журналистар лигаһы” Советы ҡыҙҙарҙы “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәге V сменаһында республиканан ҡатнашасаҡ медиа-отряд составына индерергә тәҡдим итте. Йәш “телевизион- щиктарҙы” еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!