Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында хәбәр итеүҙәренсә, юбилей саралары 23 мартта Октябрь проспекты, 2 адресы буйынса нәшриәттең тамаша залында үтә. Көндөҙгө беренсе яртыла Зәйнәб Биишева һәйкәленә сәскә һалалар. Сәғәт икелә – төп саралар башлана.
Башҡортостан «Китап» нәшриәте 1919 йылда ойошторолған. Башҡорт, рус, татар, шулай уҡ Башҡортостандың башҡа халыҡтары телдәрендә нәфис, ғилми-популяр, уҡытыу-педагогик, балалар, мәҙәни-мәғрифәт, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәте һәм һынлы сәнғәт продукцияһы сығара. Рәсәйҙең Китап сығарыусылар ассоциацияһы ағзаһы. 1992 йылда нәшриәт «Китап» тип йөрөтөлә башлай, 2007 йылда уға башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның исеме бирелә.