Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Март 2018, 17:15

Жужа ҡушаматлы эт һәм уны ҡотҡарыусы тураһында

КОНКУРС:“МИНЕҢ ДҮРТ АЯҠЛЫ ДУҪЫМ”Был хәл 2015 йылдың йәйендә булды. Кискөнө, хәле бөтөп, эргәмә һеңлем йүгереп килепинде һәм урман ситендә ниндәйҙер бер сәйерсыйылдау тауышы ишетелеүен әйтте.

Был хәл 2015 йылдың йәйендә булды. Кис көнө, хәле бөтөп, эргәмә һеңлем йүгереп килеп инде һәм урман ситендә ниндәйҙер бер сәйер сыйылдау тауышы ишетелеүен әйтте. Тышта ҡараңғы, бер нимә лә күренмәй ине. Етмәһә, ҡурҡыта ла, унда кем йәки нимә барын да белмәйбеҙ. Төн буйы уйланып сыҡҡандан һуң, ул ергә көндөҙ ағайым менән барырға ҡарар иттем.

Ҡайын төбөндә ниндәйҙер йөнтәҫ нәмә күренеп ҡалды. Был “ҡурҡыныс зат” бәләкәй генә көсөк булып сыҡты. Уның төҫөн дә айырып булмай, тәне ныҡ бешкән һәм тулыһынса шыйыҡ ыҫмала менән ҡапланған ине. Ярҙам өмөт итеп сыйнай һәм күҙҙәре генә ялтырай. Мин уны ашатып ҡараным, әммә ул, меҫкен, ашарлыҡ хәлдә лә булмай сыҡты. Ҡотҡарып алып ҡалыуға өмөт юҡлығын аңлаһам да, уны өйгә алып ҡайтырға ҡарар иттем. Ҡайтып барышлай, йәнлектәрҙе яратҡан ике туған ағайым Йәмғуров Артур иҫемә төштө. Ул ҡаты бәғерле кешеләр тарафынан тышҡа сығарып ташланған бесәйҙәрҙе, эттәрҙе ҡышҡы һалҡын кистәрҙә ашатып йөрөй торғайны. Ауырыуҙарын өйөнә алып ҡайтып дауаланы, уларға икенсе ғүмер бүләк итте, шуға күрәлер ҙә инде уның өйөндә һауыҡҡан бесәйҙәр йыш “ҡунаҡланы”. Ошо көсөктө ҡара әле, тигән үтенесемә Артур ағай: “Көсөктө ҡалдырығыҙ, дауалап ҡарармын, әммә һауығыуына өмөттәр сикле,” – тине. Байтаҡ ваҡыттан һуң, ағайым янына барып килергә һәм көсөктөң хәлен белергә булдым. Йортҡа килеп инеүгә, мине аҡһыл төҫтәге матур эт ҡаршыланы, миңә һикерә һәм иркәләнә башланы. Күҙҙәренә ҡарап, шыйыҡ ыҫмалаға батҡан әлеге көсөктө таныным. Был минең өсөн ысын мөғжизә һымаҡ тойолдо. Артур ағайым ҡатыны менән нисек итеп был көсөктө аяҡҡа баҫтырыуҙары тураһында һөйләне. Уның йөнө тулыһынса ҡойола. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа өшөмәһен өсөн, тиренән кейем тегеп кейҙерәләр. Йәмғуров Артур бар көсөн һалып этте дауалай һәм уға Жужа тигән исем бирә. Йортта һөйләшеп ултырған арала Жужа минең бармаҡтарымды йомшаҡ ҡына итеп тешләне һәм ҡайтып киткәнгә тиклем ысҡындырманы. Мин һәр саҡ мөғжизәгә ышана инем, әммә был хәл ысын мөғжизә булып тойолдо. 2017 йылдың көҙөндә Артур ағай ҡаты ауырып вафат булды. Жужа, бөгөнгө көндә лә ҡотҡарыусыһының ғаиләһенә тоғро ҡалып, ошо йортта йәшәй. Эттең һул аяғында тороп ҡалған яра эҙҙәре генә күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп тора. Дуҫтар, әйҙәгеҙ, хайуандарға ҡарата мәрхәмәтлерәк булайыҡ!


З. Квасняк,
Үрге Ҡыйғы ауылы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: