Районда беренсе тапҡыр үткәрелгән конкурс кесе артистарҙы табырға, яңы “йондоҙсоҡтар” ҡабыҙырға ярҙам итте. Фестивалдә 5–6 йәштәге мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләнгән 184 ғаилә ҡатнашты. Йәш таланттарға ябай булмаған һынау аша үтергә тура килде: ҙур сәхнәлә тамашасылар алдында сығыш яһарға, һайлап алыу турын үтеп, конкурстың финалына сығырға. Еңеүселәр һәм призерҙар ете номинация буйынса билдәләнде. “Колосок” баҡсаһында тәрбиәләнеүсе 6 йәшлек Абдуллина Аделина (һүрәттә) Гран-приға лайыҡ булды, ул “Фольклор” номинацияһында сығыш яһап, “Урал батыр” эпосынан өҙөк ятланы. Ҙур сәхнәгә аҙым яһаусы һәр йәш ҡатнашыусыға сертификаттар һәм дипломдар тапшырылды. Фестивалдең финалына сығыусылар грамоталар менән бүләкләнде. Балаларҙы фестивалдә сығыш яһарға әҙерләгән педагогтарға, ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм киләсәктә лә хеҙмәттәшлек итергә ышанып ҡалабыҙ.