Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Май 2018, 16:48

ДЖЕК – БАЛАЛАРҘЫҢ ЯРАТҠАН ЭТЕ

Конкурс: “Минең дүрт аяҡлы дуҫым”Немец овчаркаһының бер айлыҡ ҡына көсөгөн Марат Тәлғәт улы Йосопов Силәбе ҡалаһынан ҡатын- ҡыҙҙар сумкаһына һалып алып ҡайта.

Конкурс: “Минең дүрт аяҡлы дуҫым”


Немец овчаркаһының бер айлыҡ ҡына көсөгөн Марат Тәлғәт улы Йосопов Силәбе ҡалаһынан ҡатын- ҡыҙҙар сумкаһына һалып алып ҡайта.

“Ул ваҡытта мин Ленин исемендәге колхоздың өсөнсө һөтсөлөк фермаһы мөдире вазифаһын башҡара инем, үҙемдең умарталығым бар, көтөүҙе йыртҡыстар һөжүменән һаҡлау өсөн эт кәрәк ине. Оҙаҡ эҙләй торғас, немец овчаркаһына туҡталдым. Көсөктө алырға барғас, уның нәҫеле менән ныҡлап ҡыҙыҡһындым. Был тоҡом эттәрҙә бүреләрҙең дә гендары булыуы асыҡланды. Улар бик зирәктәр, йылғырҙар һәм көслөләр,” – тип һөйләй ул үҙенең яратҡан эте тураһында. Джек – ошондай исем бирәләр көсөккә Марат Тәлғәт улының малайҙары. Улар эткә тиҙ эйәләшәләр. Джек малайҙар менән рәхәтләнеп уйнай, хатта өҫтөнә атландырып та йөрөтә. Үҙ улдары ғына түгел, күрше-күлән малайҙар ҙа аҡыллы, мәрхәмәтле хайуанды бик ярата һәм төрлө һөнәрҙәргә өйрәтә. “Джекты беҙ бер ваҡытта ла бәйләп тотманыҡ, үҙе ҡапҡанан йыраҡ китмәне, үҙе һаҡларға тейеш ерҙе белә ине. Йортто, умарталыҡты һәм ҡош-ҡортто йыртҡыстарҙан һаҡланы. Көтөү көтөргә сират етһә, мин уны үҙем менән бергә алдым. Көтөүсе бурысын ул ҙур ихласлыҡ менән башҡарҙы. Әммә минең батыр тәрбиәләнеүсемдең холҡонда бер сәйер һыҙаты бар ине, күрәһең, үҙ-үҙен һаҡлау инстинкты булғандыр – йәшендән бик ныҡ ҡурҡты. Күк күкрәп, йәшен йәшнәй башлаһа, ояһына инеп ҡасыр булды. Беҙҙең һөйөү-хөрмәтте тойоп 13 йыл йәшәне ул. Немец овчаркалары уртаса 12–14 йыл йәшәй. Туҡланыу режимын һаҡлап, ваҡытында йөрөргә сығарып, ауырығанда дауалап торһаң, ғүмер оҙонлоғон 16–17 йәшкә тиклем оҙайтып була. Әммә Джек бәләгә тарыны. Ҡапҡа төбөнә арты менән яҡынлашҡан “КамАЗ” машинаһының тәгәрмәсе аҫтында ҡалды,” – тип һөйләне Марат Тәлғәт улы. Джекты ерләргә күрше-тирәләге барлыҡ балалар килә, күптәренең күҙҙәрендә йәш бөртөктәре йылтырай. Ысынлап та, эт – кешенең тоғро дуҫы, йылдар үтеү менән ул ғаилә ағзаһына әйләнә. Йорт хайуандарын яратҡан һәм тәрбиәләгән балалар изге күңелле, ярҙамсыл кешеләр булып үҫә. Һеҙҙең балаларығыҙҙың да дүрт аяҡлы дуҫтары булһын.
Редакциянан: Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Конкурс дауам итә. Беҙгә үҙегеҙҙең яратҡан этегеҙ тураһында яҙып ебәрегеҙ. Һеҙҙән фотоһүрәттәр менән яҙмалар көтәбеҙ!
Л. Саҙретдинова.
Фото ғаиләальбомынан.

Читайте нас: