Музейҙың ике залына авторҙың төрлө йылдарҙа ижад иткән 43 эше ҡуйылған. Экспозициялар араһында рәссам Мәккәгә хаж ҡылып ҡайтҡандан һуң яҙған, шулай уҡ “Урал батыр” эпосына арналған картиналар бар. Күргәҙмәлә шулай уҡ автор яратып төшөргән пейзаждар, күренекле башҡорт һәм татар эшмәкәрҙәренең портреттары урын алған.
Рәссамдың эштәре техниканың төрлөлөгө (акварель, пастель, майлы буяуҙар), сағыу, ҡыҙыҡлы, көтөлмәгән тематикаһы менән хайран ҡалдыра. Айырыуса портреттар серияһы ҙур иғтибарға лайыҡ. Күргәҙмә рәссамдың оҫталығы йылдан-йыл яҡшыра һәм камиллаша барыуын күрһәтә. Үҙенең ижады менән ул образдарҙың ҡабатланмаҫлығын күрһәтә, уларҙы ҡарағанда ҡатмарлы ассоциациялар тыуа.
– Күргәҙмәгә киндергә төшөрөлгән, майлы буяу менән яҙылған картиналар ҡуйылған. Мин заманса романтик реализм алымында эшләйем. Күпселек картналарым предметһыҙ донъяны сағылдырғанлыҡтан, улар күңел менән тойоуға иҫәпләнгән, – ти автор. – Мин монументаль- декоратив сәнғәт өлкәһендә эшләйем. Был йәһәттән төп эштәремдең береһе – “Нур” театры фойеһындағы флорентик мозаика, уның ҙурлығы 90 квадрат метрҙан ашыу.
Вәкил Ғилем улы Шәйхетдинов республика, төбәк, Рәсәй, Бөтә Союз һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. Уның иҫәбендә – Башҡортостан һәм Рәсәй ҡалаларындағы 20-нән ашыу персональ күргәҙмә. Эштәре музейҙарҙа, Рәсәйҙәге һәм донъяның күп илдәрендәген шәхси коллекцияларҙа урын алған. Күргәҙмәне асыуҙың рәсми өлөшөндә район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, республика йәштәр социаль- психологик һәм мәғлүмәт- методик үҙәге төньяҡ филиалы етәксеһе Р. Ҡыямова һәм башҡалар ҡатнашты.
Музей директоры Р. Мирғәлин, үҙ ижады менән танышырға мөмкинлек биргәне өсөн, күренекле рәссамға рәхмәт белдерҙе.
Атҡаҙанған рәссам В. Шәйхетдиновтың күргәҙмәһе музейҙа өс ай эшләйәсәк, уны 250-нән ашыу кеше килеп ҡараны ла инде.
Музей хеҙмәткәрҙәре район халҡын һәм ҡунаҡтарын күргәҙмәгә саҡыра!