Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Сентябрь 2018, 12:34

ҠАТАЙ ЫРЫУЫ ЙӘШТӘРЕ БАЙРАМЫ

Абзай ауыл биләмәһе йәштәре Белорет районында “Иҙел башы” VII этнофорумы сиктәрендә үткән “Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны”нда ҡатнашты.

Абзай ауыл биләмәһе йәштәре Белорет районында “Иҙел башы” VII этнофорумы сиктәрендә үткән “Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны”нда ҡатнашты. Делегацияны ауыл биләмәһе башлығы З. Камалов етәкләне.

“Байрамға Башҡортостандан ғына түгел, шулай уҡ Магнитогорск, Пермь һәм Ҡазан ҡалаларынан ошо ырыу вәкилдәре йыйылды. Сарала ҡатнашыусыларҙы БР-ҙың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры А. Иванита, БР-ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Р. Алтынбаев, Белорет районы Егәҙе ауыл биләмәһе башлығы Р. Яныбаев сәләмләне. “Ҡатай мәргән уҡсыһы”, “Йәш Ҡатай”, “Ҡатайбикә”, “Ҡатай асышы” конкурстары байрамға айырым йәм өҫтәне. Абзайҙар уларҙың һәр ҡайһыһында лайыҡлы сығыш яһаны. Мәҫәлән, “Йәш Ҡатай ғаиләһе” конкурсында Алағуз ауылынан Гөлшат һәм Илнур Лоҡмановтар халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, үҙ ырыуы тарихын һәм үҙ шәжәрәһен яҡшы белеүҙәре менән айырылып торҙо. Һөҙөмтәлә улар беренсе урын яуланы һәм сарала ойоштороусыларҙың дипломына, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды. Мәсәк ауылынан Динара Йомағолова “Ҡатай һылыуы” конкурсында “Һәләтле һылыуҡай” номинацияһында еңеү яуланы. Уҡ атыусы ҡыҙҙар араһында Айзилә Мәхмүтоваға тиңләшеүсе булманы, егеттәр араһында Эльвир Зарипов менән Нурислам Байрамов призерҙар иҫәбенә инде. Беҙҙең егеттәр милли көрәштә, ауыр таш күтәреүҙә лә үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Программа сиктәрендә халыҡ кәсебе әйберҙәре, ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Ижад коллективтары һәм яңғыҙ башҡарыусылар, сәнғәт әһелдәре, талантлы йәштәр ҡатнашлығындағы концерт байрамды биҙәне. Алдағы йылда беҙ Абзай ерендә ҡунаҡтарҙы ҡабул итәсәкбеҙ. Беҙҙең алда ҙур әҙерлек эше тора. Байрамды тейешле кимәлдә үткәрә алырбыҙ, тип ышанабыҙ,” – тип уртаҡлашты беҙҙең менән.
Мәсәкауылы китапханасыһы З. Йомағолова.
С. Исмәғилева фотоһы.

Читайте нас: