Рәүил Ҡотопов 1943 йылда Ҡыйғы районы Мәсәк ауылында донъяға килә. Балалыҡ осоро һуғыштан һуңғы ауыр шарттарҙа үтә. Абзай урта мәктәбен тамамлағас, хәрби хеҙмәткә тиклем ике йыл тыуған колхозында эшләй. 1963– 1966 йылдарҙа һалдат бурысын үтәй (ул ваҡытта Совет Армияһы сафындағы мотлаҡ хеҙмәт 3 йыл тәшкил итә). Армиянан ҡайтҡас, Рәүил Ҡотопов үҙенең артабанғы тормошон һәм ижади яҙмышын билдәләйәсәк юлды һайлай. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһы студентынан алып Башҡортостандың ул саҡта киң билдәле халыҡ театры режиссеры вазифаһына тиклем ижад юлын үтә. Йәш белгес, ләкин инде бер ни тиклем тормош тәжрибәһе туплаған кеше булараҡ (ул саҡта 30-ҙан уҙғайны), йәштәр, мәктәп уҡыусылары менән ихлас эшләне: тынлы оркестр, йәштәр хоры ойошторҙо. Күпселек ҡыйғылар 70-се йылдар башында район үҙәгендә үткән байрам демонстрацияларында һәм сараларында Р. Ҡотопов етәкселегендәге тынлы оркестр уйнауын яҡшы хәтерләй. Ул концерттарҙы алып бара, сәхнәнән юморескалар һөйләй, спектаклдәрҙә уйнай торғайны. Йәш ак тер Р. Ҡотопов М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, Ә. Аҙнабаевтың “Игеҙәктәр” пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә хәтеремә уйылып ҡалған. Нәҡ шул ваҡытта уға белгестәр иғтибар итә һәм сәнғәт институтына инергә кәңәш бирә. 1977–1982 йылдарҙа Р.Ә. Ҡотопов Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала. Билдәле театр эшмәкәре, актер, сәнғәт институтының режиссура һәм актерлыҡ оҫталығы кафедраһы профессоры Г.Г. Ғиләзев уның уҡытыусыһы һәм остазы була. Сәхнә оҫтаһының үҙенең уҡыусыһы Ҡотоповҡа һәм уның талантына һәм ҡаҙаныштарына ниндәй ихтирам менән ҡарауын беҙ – үҙешмәкәр артистар – 1990 йылдың ноябрендә Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында халыҡ театрҙары байрамында күрҙек. 1982 йылдан алып 2005 йылда хаҡлы ялға киткәнгә тиклем Рәүил Әбдрәзәҡ улы Ҡыйғы халыҡ театрының алмаштырғыһыҙ режиссеры булды. Был ваҡыт эсендә театр юғары бейеклектәргә иреште. Уның тарафынан 40-тан ашыу спектакль ҡуйылды. Режиссер Р. Ҡотопов ярҙамында беҙҙең театр бер нисә тапҡыр Бөтә Рәсәй һәм республика смотрҙары лауреаты булыуға өлгәште, Башҡор- тостанда ғына түгел, унан ситтә лә танылыу алды. Рәүил ағай һоҡланғыс актер ине. Уның үҙенең айырым бер амплуаһы булды – комик образдарҙы ҡабатланмаҫлыҡ итеп тыуҙыра һәм асып һала белде. Әйтергә кәрәк, һәләтле актер янында сәхнәгә яңы аяҡ баҫҡан артистарға уйнау күпкә еңелерәк ине. Тамашасыларҙың төп иғтибары уға күсә, залда йәнлелек, көлкө тыуа торғайны, был йәш актерҙарҙың ҡурҡыуын юҡҡа сығарҙы. Күптәр Рәүил Әбдрәзәҡ улының билдәле совет актеры-комигы Савелий Крамаров менән оҡшашлығы булыуына иғтибар итте. Хатта тулҡын- ланғанда, Крамаровтыҡы һымаҡ, бер күҙе тартышыр ине. Уға шаяртып “Ҡыйғы Крамаровы” тип әйтеүселәр булды. Рәүил ағай йылмайып ҡына ҡуя, был уға оҡшай торғайны. Оҡшамаҫлыҡ та түгел! Бөтә Союздың билдәле һәм яратҡан актеры менән сағыштырһындар әле! 1991 йылда Р.Ә. Ҡотоповҡа “БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” абруйлы исеме бирелде. Ошондай ҙур талант эйәһе өсөн Ҡыйғы сәхнәһе бик бәләкәй ине. Йәйелеп эшләү, театрҙа масштаблыраҡ пландарын бойомға ашырыу мөмкинлеге булманы. Урындағы власть яғынан иғтибар һәм ярҙам етешмәне. Изге һәм нескә күңелле кеше булараҡ, барыһын да йөрәгенә яҡын ала, бик ғазаплана торғайны. Үҙ-ара һөйләшкәндә уға Өфөгә китергә, баш ҡала театрҙарының береһенә урынлашырға кәрәклеге тураһында һүҙ сыҡҡаны булды. Ул саҡта был Рәүил Әбдрәзәҡ улы өсөн иң яҡшы вариант ине. Ләкин ул: “Минең ғаиләм бар,” – тине ныҡлы итеп. Ике ут – үҙ һәләттәрен тормошҡа ашырыу теләге һәм бының мөмкин булмауы араһында тороп ҡалды. Һәм ул янды… Р. Ҡотопов 2009 йылда яҡты донъянан китеп барҙы. Беҙ уны онотмайбыҙ һәм яратабыҙ. Режиссер һәм актер Рәүил Әбдрәзәҡ улы Ҡотоповтың исеме район тарихында Ғималетдин Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театрының башҡа күренекле артистары менән бер рәттә тора.