Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Октябрь 2018, 14:06

АРЫҪЛАН ЙӨРӘКЛЕ РИЧАРД

4 октябрь – Бөтә донъя хайуандар көнө

Мәрхәбә әбей тормош иптәшен ерләне. Уның артынса ттоғғро эттәре Друужокк донъя ҡуйҙы… Әбей бик бойоҡто, яратҡан кешеһе һәм этте бына- бына ҡайтып инерҙәр төҫлө тойолдо… Йыш ҡына ҡапҡанан сығып, алыҫҡа ҡарап торор ине.

Ҡышҡы бер иртәлә Мәрхәбә әбей ҡапҡа төбөндә һоро төҫтәге йәнлекте шәйләп ҡалды. “Моғайын, төлкөлөр, – тигән уй үтте башынан. – Ҡоторған түгелме икән?” Ләкин ҡыҙыҡһыныусанлығы ҡурҡыуынан көслөрәк булып сыҡты һәм Мәрхәбә әбей барып ҡапҡаны асты. Уға аҡыллы һәм бойоҡ күҙҙәр текәлгәйне. “Һин мине саҡырҙың, бына килдем,” – тигәндәй, ҡаршыһында эт ултыра ине. Хужабикә өйөнән икмәк алып сығып, эттең алдына һалды. Уныһы ҡабырға ашыҡманы, һораулы күҙҙәрен йәнә әбейгә төбәне. Арҡаһынан һыйпарға ҡыйыулыҡ итеп, “Аша, аша, моғайын, асһыңдыр,” – тине Мәрхәбә әбей. Эт ашыҡмай ғына бер киҫәкте ҡабып ҡуйҙы. “Кемдеке икән? Берәйһенә эйәреп килеп, аҙашып ҡалғандыр инде,” – тип фаразланы ул. Эт ҡойроғон ғына болғаны ла, йәнә әлеге урынға барып ултырҙы. “Йә улайһа, ултырып тор, бәлки, эҙләп килерҙәр,” – тип ҡапҡаны япты хужабикә. Ләкин эт икенсе көнгә лә, өсөнсө көнгә лә ҡапҡа алдынан китмәне. Әбей уны ихатаһына алып инде. Эт ояны үҙе барып табып, шунда урынлашты, әбейгә хеҙмәт итә башланы. Уның ҡайҙан килеп сығыуы, ни өсөн нәҡ ошо йортто һайлауы билдәһеҙ ине. Ваҡыт үтеү менән эттең бик аҡыллы булыуы асыҡланды. Хатта кешенең уйҙарын уҡый белгәндәй ине. Әбейҙең ҡыҙы менән урманға йөрөнө, ерле-юҡҡа өрмәне, хужабикәнең әмерен теүәл үтәне. Өйгә килгән кешенең холоҡ- фиғелен һиҙеп торҙо, кемгәлер яҡшы мөғәләмәлә, ә кемдәр менәндер уяу һәм һаҡ булды. Эшһөйәр хужабикәнең ихата- һындағы барлыҡ мал-тыуар менән шунда уҡ дуҫлашты, хатта бесәй менән дә татыу булдылар. Ләкин эттең аңлашылмаған ғәҙәте бар ине: ике айға бер тапҡыр туҡтамай өрөргә тотона һәм иреккә ынтыла торғайны. Уны сығарып ебәрерҙәр ине. “Бәлки, элекке хужаһын һағыналыр, эҙләйҙер, бәлки, күреп киләлер,” – тип фаразланылар өйҙә. Эт һәр саҡ кире ҡайтыр һәм ҡысҡырып өрөп был турала хәбәр итер ине. Тәүҙә уны Рич (етеҙ) тип атанылар, һуңыраҡ тоғролоғо һәм “батшаларса” ҡылыҡтары өсөн (иҫкергән ризыҡ ашаманы, таҙа һыу ғына һәм таҙа һауыттан ғына эсте) “Арыҫлан йөрәкле Ричард” тип йөрөтә башланылар. Сентябрҙең бер көнөндә ул йәнә сығарыуҙарын һорай башланы һәм сығып йүгерҙе… Иртәнге тынлыҡты ҡот осҡос сыйылдау тауышы ярҙы. Эт ғәҙәттән тыш тиҙ әйләнеп ҡайтты, ул ҡалтырана, тәне тартыша ине. Әбей, һөт эсһә, хәле яҡшырыр, тигән өмөттә уға һөт һалып бирҙе, ләкин эт эсә алманы. “Зинһар өсөн үлмә!” – был юлы тынлыҡты кешенең әрнеүле тауышы ярҙы. Арыҫлан йөрәкле Ричард – оло йәштәге әбейҙең йыуанысы һәм шатлығы хужабикәһенең ҡулында донъя ҡуйҙы. Һуңлап ҡына килеп еткән ветеринарҙар эттең ағыуланған булыуы тураһында хәбәр итте. Был ағыуҙың антитоды булып В1 витамины тора. Их, быны алдан белгән булһаларсы. Ғәфү ит беҙҙе, тоғро йән, һине ҡотҡарып ҡала алманыҡ.
Л. Саҙретдинова.
Автор фотоһы.

Читайте нас: