Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Октябрь 2018, 16:44

ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең 28 йыллығына арналған район саралары анонсын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең 28 йыллығына арналған район саралары анонсын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Байрам алдынан, 9 октябрҙә 15.00 сәғәттә район мәҙәниәт йортонда тантаналы йыйылыш үтәсәк, традиция буйынса унда төрлө тармаҡтарҙың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре билдәләп үтеләсәк. Театрлаштырылған концерт программаһы ҡуйыласаҡ. 11 октябрҙә 11.00 сәғәттән Үрге Ҡыйғы ауылындағы үҙәк майҙанда Республика көнөнә ҡарата мәҙәни-күңел асыу сараһы ойоштороласаҡ. Программала: ауыл хужалығы йәрминкәһе; художестволы үҙешмәкәрлек концерты; спорт ярыштары; “Подписчиктар көнө” акцияһы. Райондың мәғариф учреждениеларында байрам программалары, концерттар, әҙәби байрамдар, конкурстар, викториналар, класс сәғәттәре, тематик әңгәмәләр үтәсәк. Атап әйткәндә, 8–9 октябрҙә Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Уртаҡ йортобоҙ – Башҡортостан” район һүрәттәр конкурсы, “Республикам – минең ғорурлығым!” шиғыр һөйләүселәр конкурсы буласаҡ. Район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы 10 октябрҙә байрамға ҡарата лекциялар, күргәҙмәләр, йәш граждандарға Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыуҙы ойоштора. “Йәшлек” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы был көндө буклеттар таратасаҡ. Үҙәк район китапханаһында, биләмә-ара китапхананың барлыҡ филиалдарында китаптар күргәҙмәләре эшләйәсәк. 11 октябрҙә балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында асыҡ баскетбол беренселеге (башлана 10.00 сәғәттә), ә Түбәнге Ҡыйғы ауылында Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы призына ир-егеттәр араһында район волейбол турниры үтәсәк (башлана 11.00 сәғәттә).
З. Закирова әҙерләне.

Читайте нас: