Хәл иткес матчта 2-се урта мәктәп командаһы Алағуз ауылы шашкасыларын еңеүгә өлгәште һәм беренсе урынды ҡулдан ысҡындырманы. Өсөнсө урынды балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы алды. Шулай уҡ иң яҡшы уйынсылар билдәләнде. Үрге Ҡыйғы ауылынан Г. Минһажев финалда В. Әлтәповты (балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе) еңеп, беренселек яуланы. Алағуз ауылынан И. Латипов пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 2-се урта мәктәптән И. Туҡтароваға тиңләшеүсе булманы. Ошо уҡ мәктәптән Л. Камилова менән Алағуздан Г. Йәндурина икенсе урынды бүлеште, Г. Сибәғәтуллина (2-се урта мәктәп) өсөнсө урынға сыҡты. Барлыҡ призерҙарға маҡтаҡ ҡағыҙҙары тапшырылды.