19 октябрҙә Мәсәғүт район мәҙәниәт һарайында Башҡорт Асыҡ КВН лигаһы “Төньяҡ-көнсығыш” зона фестивале үтте. Унда биш райондан барлығы туғыҙ команда ҡатнашты, Фестивалдең дөйөм миҙгел темаһы - “Дуҫтар миҙгеле”, ә төбәк темаһы “Алтылағы алтмышта” ине. Ошо КВН-да Иҫке-Мөхәмәт урта мәктәбенән Валеев Артем, Галимова Эльмира,Идиатуллин Мөхәмәт,Махмутов Булат,Низамова Ания,Фахретдинова Гүзәл,Нурмухаметов Альмир,Нурмухаметова Нәзифә,Сагитов Вилур уңышлы сығыш яһаны. Егет-ҡыҙҙар йырланы, бейене, төрлө актуаль проблемаларҙы күтәрҙе.
“Өстармаҡ”командаһынан Идиатуллин Мөхәмәт «Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһында еңеүсе булды. Шулай уҡ команда, төньяҡ-көнсығыш зона фестивалендә, ҡатнашырға ярҙам күрһәткәндәре өсөн Ибрай ауыл хакимиәте Муликов Юрик Сәйфитдин улына,мәктәп директоры Гөлнур Фларит ҡыҙына оло рәхмәтен белдерә.