ӨФӨ, 2018 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы./
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Ҡыҙыл башлыҡ» тигән яңы спектакль өҫтөндә эш бара. Премьера 3 һәм 4 ноябргә көндөҙгө сәғәт 12-гә һәм 2-гә билдәләнгән. Спектакль «Театрҙар — балаларға» проекты сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының финанс ярҙамы менән сәхнәләштерелә.
Ҡурсаҡ театрында әйтеүҙәренсә, «Буратино», «Ҡыҙыл башлыҡ», «Уйынсыҡтарҙың тылсымлы мажаралары» спектаклдәренә 8 486 363 һум, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 7 468 000 һум һәм республика бюджетынан 1 018 363 һум бүленә. Аҡса заманса ҡорамал һатып алыуға, шулай уҡ ижади төркөмдөң эшенә түләү өсөн тотонола.
Режиссер — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Виктория Щербакова, рәссам — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Андрей Волков, композитор — Владислав Савватеев.
Спектакль Шарль Перроның бала саҡтан барыбыҙға ла таныш әкиәтенә нигеҙләнгән.
Төп сюрприздарҙың береһе – Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшиндың ҡатнашыуы, уның бай ижади биографияһы унынсы бүре менән тулыланды.
Спектаклдә Надежда Беззубова, Татьяна Кузьменко, Кристина Латипова, Александр Верхоземский, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Виталий Щербаков ҡатнаша.