ӨФӨ, 2018 йыл, 07 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
«Алтын битлек» милли театр премияһының рәсми сайтында 2017-2018 миҙгелдә иң билдәле спектаклдәрҙең исемлеге баҫылып сыҡты. Һайлап алыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостандағы бер нисә театрҙың спектаклдәре исемлеккә индерелгән.
Башҡорт опера һәм балет театры ике спектакль – Н. Римский-Корсаковтың «Батша кәләше» һәм Й. Гайдндың «Айлы донъя» опералары менән инде.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Рус драма театры — «Ганди шәмбе һайын һөйләшмәне» спектакле менән.
Салауат ҡалаһының Башҡорт драма театры «Глумов» спектакле менән.
2017 йылдың октябренән 2018 йылдың 30 октябренә ҡәҙәр фестиваль белгестәре конкурста ҡатнашыуға ғариза ебәргән бөтә Рәсәй театрҙарының миҙгел премьераларын ҡараны. Ошо ваҡыт эсендә музыкаль театр белгестәре Санкт-Петербургтан Анадырға тиклем Рәсәйҙең 38 ҡалаһынан 302 спектакль видеояҙмаһын һәм үҙен ҡарап сыҡты.
Исемлек менән «Алтын битлек»сайтында танышырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле премияға алты номинацияла тәҡдим ителғән .