Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Ноябрь 2018, 11:55

«Башкортостан гүзәле-2018» матурлык конкурсы еңеүсене иғлан итте

Өфөлә йыл һайын уҙғарылған «Башҡортостан гүзәле-2018» республика матурлыҡ һәм йолалар конкурсының финалы уҙҙы. Сарала республиканың төрлө тарафтарынан 18 һылыу ҡатнашты.

ӨФӨ, 2018 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Өфөлә йыл һайын уҙғарылған «Башҡортостан гүзәле-2018» республика матурлыҡ һәм йолалар конкурсының финалы уҙҙы. Сарала республиканың төрлө тарафтарынан 18 һылыу ҡатнашты.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, Йылайыр районы ҡыҙы Гөлфиә Ҡудашева Гран-при яуланы. Жюри фекеренсә, бәйгесе тышҡы һәм эске матурлығы менән дә айырылып торҙо.
Саҡмағош районынан Айгөл Мортазина беренсе урынға лайыҡ булды. Сибайҙан Юлиә Мөхәмәдйәнова һәм Күгәрсен районынан Розалина Ибраһимова икенсе урын алды. Өсөнсө урынды үҙ-ара Фәйрүзә Абыҙгилдина (Баймаҡ районы), Ҡәҙриә Зөбәйерова (Стәрлебаш районы) һәм Ленария Хәсәнова (Хәйбулла районы) бүлеште.
«Бөтә ҡыҙҙар ҙа яҡшы итеп әҙерләнгәйне. Был конкурстың төп маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, йолаларҙы һаҡлау. Ҡыҙҙарҙың аталары менән сәхнәгә сығыуы иң матур конкурс һынауы булды. Башҡорт ҡыҙҙарының тормошонда ата кеше һәр саҡ ҙур роль уйнай, уның өсөн яуап бирә. Ҡайһы бер ҡыҙҙар ағалары менән сыҡты. Шул уҡ ваҡытта ир-егеттәрҙең бәйгеселәргә ҡарағанда тулҡынланыуы аҙ булмауы һиҙелде. Еңеүсене һайлағанда, беҙ оҙаҡ ҡына бәхәсләштек, әммә бөтә һылыуҙар араһында иң матурын һайларға тырыштыҡ», — тип һөйләне жюри рәйесе – Дәүләт Йыйылышы депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.
Читайте нас: