Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Ноябрь 2018, 13:42

Санк-Петербургта Халык –ара мәҙәният форумында Башҡортостан менән таныштырыу сараһы була

14-17 ноябрҙә Санкт-Петербургта VII Халыҡ-ара мәҙәниәт форумы уҙа. Уның барышында Башҡортостан Республикаһы һәм күләмле мәҙәни ваҡиға — VI Бөтә донъя фольклориадаһы менән таныштырыу сараһы ойошторола.

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
14-17 ноябрҙә Санкт-Петербургта VII Халыҡ-ара мәҙәниәт форумы уҙа. Уның барышында Башҡортостан Республикаһы һәм күләмле мәҙәни ваҡиға — VI Бөтә донъя фольклориадаһы менән таныштырыу сараһы ойошторола.
Форумда халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Линар Дәүләтбаев етәкселегендә республиканың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры сығыш яһай.
Филармонияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, оркестр башҡорт халыҡ көйө «Урал» менән асылған үҙенсәлекле, заманса милли программа тәҡдим итә. Оркестр менән бергә Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары — халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Марсель Ҡотоев (вокал) һәм Евгений Чугаев (Думбыра) сығыш яһай.
Башҡортостан Республикаһының презентацияһы 15 ноябрҙә киске сәғәт 6-ла Эрмитаждың Төп штабында уҙа.
Проекттың маҡсаты — форум ҡунаҡтарын илдең алдынғы төбәктәренең береһе менән таныштырыу, республика имиджын халыҡ-ара саралар үткәреү өсөн ҙур мәҙәни һәм инфраструктура ҡеүәтенә эйә субъект булараҡ нығытыу.
Читайте нас: