Жюри хөкөмөнә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Бәхет теләйем һиңә, тыуған яғым!” композицияһының тәҡдим итеп, Ҡыйғы коллективы көтөлмәгән ижади ҡарары, оҫталығы, бай фантазияһы менән хайран ҡалдырҙы.
Ижади коллективтың етәксеһе М. Кашапова әйтеүенсә, район үҙәге балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре театр эшмәкәрлеге менән 5 йыл элек шөғөлләнә башлай. Ул саҡта күләгәләр театры ойошторола, уның ҡыҙыҡлы сығыштары районда иғтибар яуларға өлгөрә. Ләкин өс балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә репетициялар өсөн ваҡыт табып йыйылыу ҡыйынға тура килгәнлектән, эшмәкәрлекте бер учреждение сиктәренә тиклем ҡыҫҡартырға һәм ижади форматты үҙгәртергә тура килә. Бөгөн коллектив 14 кешенән тора, ләкин “эшләүсе актерҙар” ике тапҡырға күберәк.
“Районда төрлө жанрҙа уңышлы ижад итеүсе театрҙар бар. Беҙ уларҙан айырылып торорға теләп, ошондай форматты һайланыҡ. Бында әллә ни күп атрибутика талап ителмәй: аҡ бирсәткәләр, ҡара кейем, ҡара экран һәм яҡтылыҡ ҡына кәрәк. Артабан барыһы ла ҡулдар таһыллығына ҡайтып ҡала. Сәхнәлә тауыштынһыҙ ғына синхрон хәрәкәт итеү, тамашасылар иғтибарын ҡулдан ысҡындармау – еңел түгел. Беҙгә музыка, ритм тойғоһо һәм берҙәмлегебеҙ ярҙамға килә,” – тип һөйләй Марина Петровна.
Әлбиттә, һәр ҡабатланмаҫ композиция артында етәксенең һәм коллективтың тыңғыһыҙ эҙләнеүҙәре, музыка һәм образдар һайлау өҫтөндә етди эшләүе ята. Тағы ла, баҡтиһәң, сығыштар өсөн теләһә ниндәй аҡ бирсәткә яраҡлы түгел икән. “Беҙҙең бирсәткәләр синтетик материалдан. Ләкин үҙебеҙгә кәрәклеһен бик оҙаҡ таба алмай йөрөнөк. Һәм бөтөнләй осраҡлы ғына осһоҙ әйберҙәр магазинында тап иттек һәм бына бер нисә сезон шулар менән сығыш яһайбыҙ. Киләсәктә атлас бирсәткәләр һатып алырға ниәтләйбеҙ, улар йоҡараҡ, матурыраҡ та күренә. Республика конкурсында уңышлы сығыш яһауыбыҙ беҙҙе яңы ҡыйыу аҙымдарға, яңынан-яңы идеяларға әйҙәй, үҙ көсөбөҙгә ышанысыбыҙҙы арттырҙы,” – ти коллектив ағзалары.
С. Исмәғилева. Автор фотоһы.