Концерт райондар араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсаты менән муниципалитеттар араһындағы хеҙмәттәшлек килешеүе сиктәрендә үтте.
Тамашасылар алдында ҡотлау һүҙҙәре менән Балаҡатай районы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Л. Мулланурова сығыш яһаны.
Концерт программаһы бай эстәлекле булды: сәхнәнән йырҙар, таҡмаҡтар яңғыраны, бейеү, фольклор, балалар коллективтары, вокаль ансамблдәр сығыштары барыһын да таң ҡалдырҙы. Тамашасылар үҙешмәкәр артистарҙы һәр сығыштан һуң көслө алҡыштар менән оҙатты.
Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов Балаҡатай артистарына сағыу сығыштары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм яуап визиты менән барырға вәғәҙә итте.
Беҙҙең хәбәрсе.