ӨФӨ, 2018 йыл /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Стәрлетамаҡтың Башҡорт драма театрында «Биғылый» спектакленең премьераһы уҙҙы.
Спектакль башҡорт яҙыусыһы Спартак Ильясовтың романына нигеҙләнгән. Инсценировка авторы — Гүзәл Ғәлиева. Әҫәрҙә тормошта булған хәл һүрәтләнә. Ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, шулай уҡ һуғыштан һуңғы йылдарҙа бара. Төп герой — фажиғәле яҙмышлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә һәм тыуған иленә тоғро ҡалған һалдат Биктимер Йомағолов.
Ҡуйыусы режиссер — Айрат Абушахманов, ҡуйыусы рәссам — Геннадий Скоморохов (Мәскәү), композитор — Илшат Яхин, балетмейстер — Альмира Дорн.
«Был — халҡыбыҙҙың, унан да бигерәк, минең халҡымдың, милләтемдең һуғыштан алда, һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙағы әсе дөрөҫлөгө ул. Бәлки, башҡорт әҙәбиәтендә лә, драматургияһында ла бөгөнгә тиклем ошондай геройҙың булғаны юҡтыр, — ти журналист Айгөл Яппарова. — Айрат Абушахманов — оҫта. Ул ҡот осҡос ваҡиғаларҙы һүрәтләгән деталдәрҙе алып ташлай, ләкин шуның менән бергә уларҙы юҡҡа сығармай. Һин бөтә ваҡиғалар тураһында беләһең, уларҙың үҙ күҙҙәрең менән күрәһең, ошо хәл-ваҡиғаны дөрөҫ баһалау, геройҙарҙың фекерҙәрен аңлау өсөн иҫән ҡалаһың».
Спектакль «Берҙәм Рәсәй» проектының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә ҡуйылды.