ӨФӨ, 2018 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Өфөгә китап нәшер итеүсе, кинопродюсер һәм телевидение алып барыусыһы Пьер Кристиан Броше килде. Республиканың баш ҡалаһында ҡунаҡ башҡорттарҙың тормошо, урындағы йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында тапшырыу әҙерләй. Башҡортостанда төшөрөлгән материал «Мәҙәниәт» каналында «Рәсәй, мөхәббәтем минең» телетапшырыуына инә.
«Броше беҙҙәге үҙенсәлекле мираҫ хаҡында тапшырыу төшөрөргә ике йыл элек тәҡдим иткәйне, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. — Был башҡорт халҡына, сармат алтынына, башҡорт эпосына һәм музыкаһына арналған 4-5 тапшырыуҙар циклы булырға тейеш. Ҡунаҡтарыбыҙ Өфө сәнғәт институтына, этнография музейына һәм башҡа объекттарға барҙы. Ҡунағыбыҙ Башҡорт драма театрында Боронғо башҡорт эпосы «Урал батыр» буйынса спектаклдең репетицияһын ҡарарға уйлай. «Мәҙәниәт» каналындағы беренсе тапшырыу Яңы йылға тиклем үк сығыр, ә ҡалғандарын 2019 йылда күрһәтерҙәр тип ышанабыҙ».
«Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев хәбәр итеүенсә, кинопродюсер «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы эше менән дә танышты, башҡорт кейеҙен әҙерләү серҙәренә төшөндө. Шаляпин исемендәге концерт залында Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Артур Ғайсаров уға ҡурайҙа уйнап күрһәтте. Һуңынан ҡунаҡ Р. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтына барҙы һәм унда музей экспонаттары менән танышты.
Француз Пьер Кристиан Броше 20 йылдан ашыу Рәсәйҙә йәшәй, «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалы өсөн илебеҙҙең төп халыҡтары тормошо хаҡында тапшырыуҙар әҙерләй, Рәсәй ҡалалары белешмәләрен нәшер итә һәм хәҙерге рус сәнғәтен йыя.