ӨФӨ, 2018 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Ошо көндәрҙә Өфөлә Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса фильм төшөрөү тамамланды. Был хаҡта танылған режиссер Айнур Асҡаров хәбәр итте.
Фильмдың төп өлөшө йәйгеһен Ғафури районының Толпар ауылында төшөрөлдө, унда әҫәрҙә һүрәтләнгән Бөркөтлө ауылы барлыҡҡа килтерелде. Ҡалған кадрҙар декабрҙә төшөрөлөп бөттө.
«Бәләкәй кадрҙарҙы төшөрҙөк, мәҫәлән, үгеҙ менән бәйле хәлде. Ниһайәт, команда йыйыла алды, — тип хәбәр итте Айнур Асҡаров. — Монтаж әҙер тиерлек, әле һуңғы этап бара. Тиҙҙән тауышлы итеү башлана, музыка яҙырға тотондоҡ. Фильм төшөрөү менән бик ҡәнәғәтмен, беҙҙе һәйбәт, ҡыҙыҡлы кино көтә», — тип һөйләне Айнур Асҡаров «Башинформ» агентлығына.
Режиссер һүҙҙәренсә, төшөрөү процесында иң ауыры хайуандар менән бәйле сәхнәләр булған. Фильмға музыканы Камил Абдуллин яҙа, Айнур Асҡаров уның менән күптән хеҙмәттәшлек итә.
«Өс таған» тулы метражлы нәфис фильмы Башҡортостандың Мәғариф министрлығы башланғысы буйынса төшөрөлә. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләүгә арналған. Фильм төшөрөү өҫтөндә «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы һәм «Асҡарфильм» студияһы менән берлектә «Башҡортостан» киностудияһы эшләй. Премьера 2019 йылда көтөлә.