Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Ғинуар 2019, 12:00

Башҡорт ҡоролтайы «Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы» өсөн тәҡдимдәр йыя

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы»н төҙөүҙә ҡатнашырға саҡыра. Йәмәғәт ойошмаһы оло йыйынға – V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына документ проектын әҙерләй.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы»н төҙөүҙә ҡатнашырға саҡыра. Йәмәғәт ойошмаһы оло йыйынға – V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына документ проектын әҙерләй. Сара 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған.
«Халыҡ үҙенең киләсәген үҙе билдәләргә тейеш! – тип билдәләнеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында уҙған эксперт советы ултырышында. – Стратегия өҫтөндә эшләүгә эксперттарҙы ғына түгел, документтарҙы күмәкләп эшләргә мөмкинлек биргән заманса технологияларҙы файҙаланып, бөтөн халыҡты йәлеп итергә кәрәк».
Был эштә республика халҡы ла, Башҡортостандан ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙ ҙа ҡатнаша ала. Документты әҙерләүселәргә стратегияның нигеҙен тәшкил итергә тейешле төп элементтарҙы, төп маҡсаттарҙы, шулай уҡ уны төҙөү механиизмын билдәләү зарур.
«20-30 йылдан башҡорттарҙың тормошо ҡайһы яҡҡа үҙгәрер? Демографик процесс ниндәй булыр, башҡорт телен белеүселәр һаны? Быуаттар үткәс тә башҡорт милләте булараҡ һаҡланып ҡалыу өсөн бөгөн нимә эшләргә? Документта бөтә ошо һорауҙарға яуаптар булырға тейеш», — тип хәбәр иттеләр ойошманың матбуғат хеҙмәтендә.
Документтың финал документы һуңынан дәүләт программалары нигеҙен тәшкил итәсәк.
Тәҡдимдәрҙе ҡоролтайҙың электрон адресына: [email protected], йәки 250-49-31 телефоны буйынса, ҡоролтайҙың социаль селтәрҙәге рәсми төркөмдәренә ебәрергә мөмкин.
Читайте нас: