Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Ғинуар 2019, 12:05

«Мостай уҡыуҙары» ҡатнашырға саҡыра

«Мостай уҡыуҙары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын ойоштороусылар ҡатнашырға саҡыра. Конференция 3-4 октябрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала уҙа.

«Мостай уҡыуҙары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын ойоштороусылар ҡатнашырға саҡыра. Конференция 3-4 октябрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала уҙа. Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған.
«Дәүерҙең тарихи-мәҙәни һәм ижтимағи-сәйәси контексында Мостай Кәримдең шәхесе, яҙмышы һәм ижады», «Мостай Кәримдең әҫәрҙәрендә донъяның художестволы һәм тел картинаһы», «Полилингваль донъяла Мостай Кәримдең ижады: художестволы тәржемә сәнғәте», «Белем биреү киңлегендә Мостай Кәрим: мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда яҙыусының ижадын өйрәнеү традициялары һәм тәжрибәһе», «Мостай Кәримдең мираҫын популярлаштырыу һәм һаҡлау мәсьәләләре» секцияларының эше ойошторола.
Конференцияны ойоштороусылар: Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы, А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостандың Фәндәр академияһы, Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы.
Читайте нас: