Шуға ҡарамаҫтан, театр тамашасыларҙы сағыу һәм заманса спектаклдәр менән ҡыуандыра. Башҡортостандың халыҡ шағирының бер быуатлыҡ юбилейына әҙерләнгән
«Мостай Кәрим. Яҡындағы офоҡ» тигән яңы спектакль — быға дәлил. Проект «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Театрҙар — балаларға» программаһы булышлығында тормошҡа ашырылды, ярҙамдың суммаһы 4 миллион һум самаһы тәшкил итте.