Мәскәүҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башланды. Театр йылында ижади коллективтың илебеҙҙең баш ҡалаһындағы спектаклдәре республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм башҡорт театрының бер быуатлыҡ юбилейына арнала.
Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова хәбәр итеүенсә, Мәскәү яҙыусыһы Гүзәл Яхинаның популяр китабы буйынса ҡуйылған тәүге спектакль «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй фестивале барышында аншлаг менән уҙҙы. Башҡорт театры Мәскәүгә беренсе тапҡыр ғына килмәй. Әммә быйылғы йыл уның өсөн бик үҙенсәлекле — театр үҙенең йөҙ йыллығы йылында Рәсәй һәм башҡа илдәр буйлап бай гастроль турын Мәскәү спектаклдәренән башланы. Мәскәүҙәр һәм унда йәшәгән яҡташтарыбыҙ өсөн ул үҙенең иң шәп спектаклдәрен — 2018 йыл йомғаҡтары буйынса «Алтын битлек» театр премияһына тәҡдим ителгән «Зөләйха күҙҙәрен аса» драмаһын, Мөхәмәтша Буранғолов пьесаһы буйынса «Шәүрәкәй» музыкаль комедияһын, Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Хыялға ҡаршы» спектаклен, шулай уҡ тотош коллектив ҡатнашлығында гала-тамаша алып килде.
Театрҙың беренсе спектаклен «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы авторы Гүзәл Яхина ҡараны. Ул башҡорт театрының үҙенең бестселлеры буйынса ҡуйған спектаклен юғары баһаланы.
Спектаклдән һуң, гастролдәрҙең икенсе көнөндә, башҡорт театры етәкселеге һәм ижади коллективы Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле — республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Роман Симандуев менән осрашты. Унда театр директоры Иршат Фәйзуллин, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, театр артистары — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илдар Сәйетов, актерҙар Римма Ҡаһарманова, Алмас Әмиров һәм башҡалар ҡатнашты.
«Тәүҙә Мәскәү тамашасыһы беҙҙең инсценировканы нисек ҡабул итер тип борсолдоҡ, сөнки әле йәмғиәттә «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы тураһында әүҙем фекер алышыу бара, уның буйынса сериал төшөрөлә, һәм күп кенә тамашасылар, аңлауыбыҙса, ошо әҫәрҙең нисек сәхнәләштерелгәнен ҡарарға һәм баһаларға килде. Мәскәү театры талаптарынан сығып, декорацияларҙы ла бер аҙ үҙгәрттек, ҡайһы бер күренештәрҙе тамашасылар залынан алдыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, пьеса барышында, айырыуса икенсе бүлектә, тамашасылар залы менән бәйләнеш булдырылыуын тойҙоҡ һәм уларҙың күңеленә үтеп инеүен аңланыҡ. Был беҙҙе илһамландырҙы», — тип һөйләне Зөләйха ролен башҡарған Римма Ҡаһарманова.