0 °С
Болотло
«Мин — ауылыбыҙ старостаһы. Яңыраҡ ҙур проблемаға — республикала эскелектең тамыр йәйеүенә арналған йыйылыш үткәрҙек. Күпме кеше эскегә һалышты, вафат булды! Республикабыҙ етәксеһенә ошо мәсьәләгә иғтибар иткәне өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Хәҙер беҙҙә хәмер һатыусылар күренмәй, ҡурҡаларҙыр, моғайын», — тип һөйләне Алтынбикә «Башинформ» агентлығына һәм үҙенең әлеге темаға бағышланған сарала ҡатнашырға әҙер булыуын белдерҙе.
Нәсихәт — башҡорт халыҡ педагогикаһында өгөт‑нәсихәт рухындағы теҙмә һәм сәсмә әҫәрҙәр. Элек-электән халыҡ сәсәндәре көнүҙәк темаларға мөрәжәғәт иткән. Нәсихәтте тулыһынса Алтынбикәнең сәхифәһендәуҡырға мөмкин.