«Скульптураның бейеклеге – 2,5 метр, гранит постаменттың иһә – 1 метр. Һәйкәлдең эскизы 2016 йылдың декабрендә үк Мәҙәниәт министрлығының асыҡ конкурсыһы еңеүсеһе тип танылған. Монумент авторҙары һүҙҙәренсә, ойоштороу һәм финанс мәсьәләләрен хәл итергә, заказсыны һәм проектты тормошҡа ашырыу ваҡытын билдәләргә ҡалған», — тип яҙа
«Аргументы и факты» баҫмаһы 14 февралдә театр янында уҙған эш кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларға һылтанма менән.