Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Март 2019, 17:09

Рәсәйҙең яңы круиз лайнерына Мостай Кәримдең исеме бирелә

«Водоходъ» компанияһының круиз лайнеры хәҙер Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исемен йөрөтә. РИА-Новости агентлығы төҙөлә башлаған лайнер каюталарының һәм йәмәғәт киңлектәренең дизайн-проекттары фотоһүрәттәрен баҫтырып сығарҙы.

«Водоходъ» компанияһының круиз лайнеры хәҙер Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исемен йөрөтә. РИА-Новости агентлығы төҙөлә башлаған лайнер каюталарының һәм йәмәғәт киңлектәренең дизайн-проекттары фотоһүрәттәрен баҫтырып сығарҙы.
«Мостай Кәрим»— постсовет тарихында тәүге круиз лайнерҙарының береһе. Карап биш йондоҙло отель кимәленә тап килә. Бортта күҙәтеү салондары, ресторан, бар, спа-салон, тренажер залы, бөҙрәхана, шулай уҡ өҫкө палубала ҙур асыҡ солярий зонаһы ҡаралған. Караптың оҙонлоғо — 141 метр, 342 пассажир һыйҙырышлы, экипаж һаны — 144 кеше. Тиҙлеге — сәғәтенә 22,5 саҡрым.
Лайнер Мәскәү — Санкт-Петербург маршруты буйынса йөрөй. Килешеүгә ярашлы, 2020 йылдың февраль аҙағына тиклем карап заказсыға тапшырылырға тейеш.
2017 йылдың көҙөндә «Аэрофлот» компанияһының Sukhoi Superjet 100 пассажир авиалайнерҙарының береһеМостай Кәримдең исемен алды. 2018 йылдың декабрендә «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» федераль проекты сиктәрендә халыҡтың тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Өфөнөң халыҡ-ара аэропортына биреү өсөн Мостай Кәримдең исеме һайлап алынды.
2019 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тула. Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы юбилей федераль кимәлдә билдәләнә.
Читайте нас: