Моңло тауыштар, классик опера ариялары менән ләззәтләнеү тамашасыларға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Сәхнәлә Мәскәүҙең «Яңы опера» солисы, Ҙур театрҙан саҡырылған солист Василий Ладюк, Ла Скала театры дебютанты Анна-Дорис Капителли, 2018 йылда «Верди тауыштары» конкурсында премия яулаған Мартина Грезия сығыш яһаны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был конкурс ҡасандыр Илдар Абдразаҡовҡа еңеү һәм танылыу килтергәйне.
Өфөләр баш ҡалабыҙҙа тыуып үҫкән артистарҙы — Башҡорт опера һәм балет театры солисы, Нажиә Аллаярованың ейәнсәре Дилара Иҙрисованы һәм Мария театры солисы, Владимир Беловтың улы Кирилл Беловты айырыуса ғорурланып тыңланы.
Залда Илдар Абдразаҡовтың уҡытыусыһы — профессор Миләүшә Мортазина ла бар ине. Ул ҙур иғтибар һәм тулҡынланыу менән башҡарыусыларҙы күҙәтеп ултырҙы. Ә артистар сәхнәлә иҫ киткес дәртле Илдар Абдразаҡов менән бергә йырлап ҡына ҡалманы, шаяртып та алды.
Илдар Абдразаҡовтың Халыҡ-ара музыка фестивале артабан Мәскәүҙә, Әлмәттә һәм Ҡазанда дауам итә. Ойоштороусылар сараға биш меңгә яҡын тамашасы килер тип баһалай. Фестиваль йәш йырсыларға ярҙам күрһәтеү үҙәгенә һәм донъяның музыкаль баш ҡалалары араһында мәҙәни алмашыу өсөн әһәмиәтле майҙансыҡҡа әүерелде.