Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Март 2019, 17:14

Ҡыйғыларға Башҡортостан тарихы тураһында ““Беренсе республика”” фильмы күрһәтелә

Ошо көндәрҙә “Беренсе республика” тарихи нәфис фильмы прокатҡа сыҡты. Режиссер Булат Йосоповтың яңы эше Башҡортостандың 100 йыллығына арналған.

Был фильм – республикалағы сәйәси, мәҙәни процестарҙың башында тороусыларға хөрмәт күрһәтеү билгеһе. Уның геройҙарының береһе – Ғәзиз Әлмөхәмәтов – уникаль шәхес. Ул үҙе музыка яҙа, йырлай, фольклорҙы өйрәнә, театрҙа эшләй, Башҡортостан һәм Татарстан буйынса йөрөп, талантлы йәштәрҙе йыя. Баныу Вәлиева, Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилевтәргә юлды нәҡ Ғ. Әлмөхәмәтов аса. Фильм геройҙары араһында шулай уҡ – Вәлиулла Мортазин-Иманский, Фәйзи Ғәскәров, Һәҙиә Дәүләтшина, Ғабдулла Амантай һәм башҡалар. Картинала 124 күренеш. Фильмды төшөрөү “Башҡортостан” киностудияһы павильонында, шулай уҡ Өфөнөң тарихи үҙәгендә барған.
“Мин фильмды һүрәтләү яғынан ҡыҙыҡлы итергә тырыштым. Геройҙар алмашынмағанда ла бер үк күренеш ҡабатланмай. Был минең принцибым булып тора,” – тип билдәләй режиссер.
Сценарий авторҙары – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Таңсулпан Бабичева менән филологик фәндәр кандидаты, Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Гөлсәсәк Саламатова.
Беҙҙең районда “Беренсе республика” фильмы премьераһы 19 мартта район мәҙәниәт йортонда буласаҡ (сеанстар – 14.00, 16.00 һәм 19.00 сәғәттәрҙә).
З. Закирова.

Читайте нас: