Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Апрель 2019, 13:36

Республикала Ханты-Манси автономиялы округы – Югра башҡорттары мәҙәниәте көндәре уҙа

18-19 апрелдә Башҡортостанда Ханты-Манси автономиялы округы – Югра башҡорттары мәҙәниәте көндәре уҙғарыла. Сара барышында «Ханты-Манси автономиялы округы – Югра башҡорттары: тарих һәм хәҙерге заман» түңәрәк өҫтәле, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты ҡатнашлығында киңәйтелгән ултырыш, күргәҙмәләр, экускурсиялар ойошторола.

18-19 апрелдә Башҡортостанда Ханты-Манси автономиялы округы – Югра башҡорттары мәҙәниәте көндәре уҙғарыла.
Сара барышында «Ханты-Манси автономиялы округы – Югра башҡорттары: тарих һәм хәҙерге заман» түңәрәк өҫтәле, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты ҡатнашлығында киңәйтелгән ултырыш, күргәҙмәләр, экускурсиялар ойошторола.
Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, делегация ағзалары Өфөнөң иҫтәлекле урындарына, театр-музейҙарға, мәғариф учреждениеларына бара, Мостай Кәрим һәм Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һала.
Башҡортостанда Ханты-Манси автономиялы округы – Югра башҡорттары мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһы республиканың Милли музейында иртәнге сәғәт 10-сы 15 минутта башлана. Шулай уҡ Сорғот һәм Ишембай райондары хакимиәттәре араһында Килешеүгә ҡул ҡуйыла. Сараны ябыу тантанаһы 19 апрелдә киске 7-лә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Ханты-Манси автономиялы округы – Югра башҡорт ижади коллективтарының Гала-концерты менән тамамлана. Ханты-Манси автономиялы округы – Югра вәкилдәре Төбәк-ара проект штандартын икенсе төбәккә тапшыра.
«Рәсәй Федерацияһы төбәктәре башҡорттарының мәҙәниәт көндәре» төбәк-ара проекты 2013 йылдан тормошҡа ашырыла. Проектта Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар өлкәләре, Пермь крайы һәм Татарстан Республикаһы ҡатнашты ла инде.
Читайте нас: