Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Апрель 2019, 14:24

Милли Йәштәр театры «Башҡорт туйы» спектаклен яңыса сәхнәләштерҙе

Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Башҡорт туйы» спектакленең премьераһы уҙҙы. Сәхнә әҫәре республиканың 100 йыллығына һәм башҡорт әҙәбиәте классигы Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышланған.

Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Башҡорт туйы» спектакленең премьераһы уҙҙы. Сәхнә әҫәре республиканың 100 йыллығына һәм башҡорт әҙәбиәте классигы Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышланған. Икенсе премьера спектаклен бөгөн ҡарарға мөмкин.
Пьесаны әҙәби яҡтан Зөһрә Бураҡаева эшкәрткән. Спектаклдең нигеҙендә башҡорт ырыуҙарының, бөрйәндәрҙең һәм ҡыпсаҡтарҙың туй йолалары ята. Төп сюжет һыҙығы — Юлдыбай менән Гөлзифаның мөхәббәт тарихы. Яусылау, билбау көрәше, мәһәр түләү, бүләк бирешеү, кәләштең кейәү йортона киткәндә сеңләүе, көйәнтәләп һыуға барыу, ҡымыҙ эсеү — сәхнәлә ошо һәм башҡа башҡорт йолаларын күрергә мөмкин.
Буранғолов уны драма итеп яҙған, ә мин уны романтик драмаға әйләндерҙем. Ул — өлкәндәр һәм балалар өсөн әкиәт. «Башҡорт туйы»нда халҡыбыҙҙың бөтә көнкүреше, кейем-һалымы, йыр-бейеүҙәре бар», — ти спектаклдең ҡуйыусы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншин.
Заманса 3D- технологияһы ярҙамында 23 ҡатын-ҡыҙ күлдәге өсөн биҙәүестәр эшләнгән (костюмдар буйынса рәссам — Айгөл Байрамғолова, ассистенттар — Рафаэль Амантаев, Илдар Ғатауллин, Әлиә Байрамғолова).
Ҡуйыусы рәссам — Даян Тувалев, композитор — атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, хореограф – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. Спектаклдә башҡорт һәм рус труппаһы ҡатнаша. Ролдәрҙе Лилиә Исҡужина (Гөлзифа), Илгиз Таһиров (Юлдыбай), Илнур Лоҡманов (Ханнан), Илсур Хәбиров (Йәнгилде), Гөлбинә Сафуанова/Эльмира Саматова (Йомабикә), Гөлшат Ғайсина/Гүзәл Әйүпова (Йәмилә), Рәмзил Сәлмәнов (Йәнтүрә кантон) башҡара.
Премьера аншлаг менән үтте, залда башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре, шулай уҡ Татарстан һәм Ханты-Манси автономиялы округы ҡунаҡтары бар ине. Спектакль алдынан этно-дефиле ойошторолдо.
Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы» мелодрамаһы 1926 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр 1928 йылда Башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйылған (режиссер Вәлиулла Мортазин-Иманский).
Читайте нас: