Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Май 2019, 19:29

Республикала Ҡазан режиссеры Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса спектакль сәхнәләштерә

Салауат башҡорт драма театрында Ҡазан режиссеры Ренат Әйүпов Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса спектакль сәхнәләштерә. Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, пьеса уҡылған, төп ролдәр бүлеп бирелгән.

Салауат башҡорт драма театрында Ҡазан режиссеры Ренат Әйүпов Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса спектакль сәхнәләштерә.
Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, пьеса уҡылған, төп ролдәр бүлеп бирелгән. Әле репетициялар тулы ҡеүәттә бара. Спектаклдә театрҙың бөтә коллективы ҡатнаша. Премьера 22 июнгә билдәләнгән.
Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә ҡуйыла.
Ренат Әйүпов «драма театры актеры» һөнәре буйынса М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлаған. Ижади эшмәкәрлеген Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрында артист булып башлаған. Б. В. Щукин исемендәге Юғары театр училищеһының режиссура бүлеген тамамлаған.
Режиссерлыҡ эштәре — Н.Иҫәнбәт әкиәте буйынса «Былтыр виноват», Ғ. Ҡәйүмов пьесаһы буйынса «Һинд ҡыҙы», Аманулла пьесаһы буйынса «Сәхнә артында янъял», япон әкиәттәре буйынса «Ҡара билбау серҙәре».
1995 йылда Ренат Әйүпов Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасы театрының баш режиссеры итеп тәғәйенләнә. 1996-2002 йылдарҙа — Яр Саллы татар дәүләт драма театрының баш режиссеры. 2002 йылда ул йәнә Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасы театрының баш режиссеры була. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.
Читайте нас: