Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Май 2019, 16:44

Санкт-Петербургта Мостай Кәримдең әҫәре буйынса «Һеңлекәш» фильмының премьераһы уҙҙы

Санкт-Петербургта «Виват, Рәсәй киноһы!» фестивале Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмы менән асылды. Унда режиссер, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибин, продюсер Дмитрий Фикс, Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов, шулай уҡ төп ролдәрҙе башҡарған йәш актерҙар Марта Тимофеева һәм Арыҫлан Ҡырымсурин ҡатнашты.

Фильм Мостай Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышынан һуң яҙылған «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән.
«Мостай Кәрим нимә тураһында яҙған? Бала сағы һуғыш осорона тура килгән ауыл малайҙары тураһында. Һуғыш шаңдауы башҡорт ауылына ла килеп еткән: өсмөйөшлө һалдат хаттары, ҡара ҡағыҙҙар. Етем ҡалған һәм башҡорт ғаиләһендә һыйыныу тапҡан украин ҡыҙы Оксана хаҡында. Һуғыш тартып алған бала саҡ бәхете, кешеләрҙең изгелеге тураһында», — тип һөйләне шағирҙың ейәне.
Тимербулат Кәримов әйтеүенсә, ошо йыл — Кәримовтар ғаиләһе, олатаһының китаптарын уҡыусылар өсөн бик үҙенсәлекле.
«Быйыл Мостай Кәримгә 100 йәш тулыр ине. Ул төрлө әҙәби жанрҙарҙа эшләне — күңелгә үтеп инерлек шиғырҙар, балалар өсөн хикәйәләр һәм повестар яҙҙы, фәлсәфәүи пьесалар ижад итте, улар күп кенә Рәсәй һәм сит ил театрҙарында сәхнәләштерелде. Ул спектаклдәренең премьералары алдына ныҡ тулҡынлана торғайны. Бөгөнгө кисәбеҙҙә лә тулҡынланыр ине тип уйлайым», — тип билдәләне Кәримов.
«Һеңлекәш» фильмының премьераһы Петербургта (Ленинградта) — Мостай Кәримдең яҡын дуҫтарының (улар араһында Михаил Дудин, Даниил Гранин, Вадим Шефнер, Михаил Аникушин, Кирилл Лавров бар) ҡалаһында күрһәтелеүе символик мәғәнәгә эйә.
«Бөгөн Мостай Кәрим ижадының һеҙҙең йөҙөгөҙҙә яңы дуҫтары барлыҡҡа килгәндер тип ышанам», — тине Тимербулат Кәримов.
«Һеңлекәш» фильмын Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөргән. Картинаның прокаты Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған
Читайте нас: