Светлана Сәғит ҡыҙының нисек эш алып барыуын күреүселәрҙең береһе лә уның бар булмышы менән был хеҙмәтте яратыуын һәм үҙ эшенең оҫтаһы булыуын инҡар итмәҫ. Ул тырыш, әүҙем, кескәй һәм өлкән йәштәге уҡырмандар менән тиҙ уртаҡ тел таба белә.
Электрон мөмкинлектәр кеше эшмәкәрлегенең һәр өлкәһенә ныҡлап үтеп ингәндә, китапхана хеҙмәткәрҙәренең бурыстары китап биреү һәм ҡабул итеү менән генә сикләнмәй. Светлана Сәғит ҡыҙы “ МультКадриктар ” мультипликация студияһын төҙөү проекты буйынса эш башлаған һәм уның менән Елена һәм Геннадий Тимченколарҙың Хәйриә фонды ойошторған “Кесе ҡала һәм ауылдарҙың мәҙәниәт мозаикаһы” IV Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты. Уның проектының төп маҡсаттары: социаль приютта һәм ауылда йәшәүсе балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мультипликация студияһы булдырыу, балалар ҡатнашлығында халыҡ легендалары һәм әкиәттәре буйынса пластилиндан мультфильмдар төшөрөү, улар ярҙамында Башҡортостан территорияһында йәшәгән халыҡтың фольклорын, йолаларын өйрәнеү.
Конкурстың беренсе туры ярымфиналистары араһына инеп, ул Тольятти ҡалаһына үткәрелгән “Мәҙәниәт мозаикаһы– 2019” семинарына барып ҡайтты.
Ошо көндәрҙә конкурстың һөҙөмтәләре иғлан ителде, еңеүселәр иҫәбенә беҙҙең Йыланлы ауылы китапханаһы ла ингән. Киләсәктә грант аҡсаһына ҡорамалдар һатып алып, балалар менән мульфильмдар төшөрә башлау планлаштырыла.