Был сара ваҡыт елдәре менән һарғая башлаған дини ауыҙ-тел ижадын халыҡҡа ишеттереү, милли йолаларыбыҙҙы иҫкә төшөрөү, тергеҙеү, халҡыбыҙға таратыу маҡсаты менән уҙғарылды. Байрамды ойоштороусыларҙы һәм ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А. Ғәйфуллин, район ахун- хәҙрәте, имам-мөхтәсиб М. Ғибаҙуллин, мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Шәрә-фүтдинов, район “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Н. Низамова, Бөтә Донъя татарҙары конгресының район бүлеге етәксеһе В. Заһиров, Ҡыйғы районы ҡатын- ҡыҙҙарының дини ойошмаһы етәксеһе Г. Зарипова сәләмләне. Улар был сараны үткәреүҙең фәһемле һәм изге эш булыуына баҫым яһаны, йәштәргә нәсихәттәрен еткерҙе. Мәҙәниәт йорто фойеһында конкурста ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙ яуын алырҙай сағыу ҡул эштәренән күргәҙмә урынлашҡайны. Дүшәмбикә ауылы халҡы сараны үткәреүгә күп көс һәм тырышлыҡ һалды.
Байрамда райондың 17 ауылынан фольклор коллективтар һәм күрше Мәсетле районынан “Зөбәржәт” фольклор ансамбле ҡатнашты. Барыһы 7 ансамбль, ике дуэт, айырым башҡарыусылар үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Сәхнәнән 120-нән ашыу мөнәжәт яңғыраны. Иң оло йәштәге мөнәжәт әйтеүселәр 83 йәштәге Фәүзиә Ғиззәтулина (Дүшәмбикә ауылы) менән Миңлешиҙа Төхвәтова (Түбәнге Ҡыйғы ауылы) булһа, иң йәш ҡатнашыусылар – урындағы мәктәптең 8-се класс уҡыусылары А. Хизбуллина, Д. Зәйнуллина, И. Мөхәмәҙиева, Э. Хиса- мова. Был үҙенсәлекле байрамдың йылы иҫтәлектәре уларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, тип ышанабыҙ. Сарала ҡатнашыусылар араһында ир- егеттәр ҙә булыуы уғата ҡыуандырҙы, Иҫке Мөхәмәттән И. Камаев , Алағуздан Р. Ғирфанов, Дыуан-Мәсетле ауылынан Д. Ғәлимов килгәйне. Һәр халыҡ үҙенең йолалары, ғөрөф- ғәҙәттәре менән көслө. Фекерҙәштәр менән бергә йыйылыу яңы изге эштәргә көс бирә. Арымай-талмай милләт һағында торған ағинәйҙәрҙең һәр эште яратып башҡарыуы, күңел талабы итеп ҡарауы, йәштәрҙе күҙ уңынан сығармауы, йолаларҙы, ғөрөф- ғәҙәттәрҙе һаҡларға тырышыуы, сараға бөтә күңел йылыһын һалып әҙерләнеп килеүҙәре ярылып ята.
Яратҡан эш арытмай, күңелдән сыҡҡан һүҙ һәр йөрәккә барып етә, ти халыҡ. Беҙҙең сара ла барыһының да күңеленә хуш килде. Бар конкурста ҡатнашыусылар ҙа район хакимиәте башлығы исеменән, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел жанрын тергеҙеүгә өлөш индергәндәре өсөн, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.