Беҙҙең районға эш сәфәре менән килгәндә төбәк етәксеһе Р. Хәбиров 300 бала шөғөлләнгән сәнғәт мәктәбендә лә булды. Бөгөн был учреждение
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан. Ижад менән шөғөлләнергә теләүсе балалар артҡандан-арта бара, ә бүлмәләр етешмәй. Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов билдәләүенсә, заманса талаптарға яуап биргән Балалар сәнғәт мәктәбе бинаһын төҙөү был хәлдән сығырға ярҙам итер ине. Төҙөлөш өсөн инженерия селтәрҙәренә яҡын ер участкаһы һайлап алынған. Радий Хәбиров, кисекмәҫтән төҙөлөш-монтаж эштәрен башлап ебәреү өсөн, проект документацияһын әҙерләргә ҡушты.