Башҡортостанда социаль әүҙем граждандар тәрбиәләүгә һәм йәш быуын араһында башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән «Ҡош Юлы. Балалар» башҡорт бард йыры конкурсы уҙҙы.
Ошо көндәрҙә телепроекттың икенсе миҙгеленең финалы булды. Өс ай дауамында һәр йәкшәмбе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Тамыр» телеканалы тамашасылары ете остаздың һәм республиканың төрлө район-ҡалаларынан 18 үҫмерҙең реалити форматында яңы йырҙар өҫтөндә эшләүен, үҙҙәренең тормошҡа ҡарашын белдереүен, финалға әҙерләнеүен ҡараны.
Гран-приға Баймаҡ районынан Ильяс Ҡотоев лайыҡ булды, беренсе урынды — Әбйәлил районынан Ләйсән Мәғәфүрова, икенсе урынды Федоровканан Нәркәс Маликова һәм Әбйәлил районынан Динислам Ишмурзин яуланы, ә Ғафури районынан Алһыу Шәйхулова өсөнсө урынды алды.
Остаздар Минзәлә Яхина, Тимур Ямалов, Альбина Шәмсетдинова, Ришат Сөләймәнов, Ренат Абдулов, Илгиз Гизмов һәм Тимур Йосопов үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәрен финалда сығыш яһауға әҙерләне.
«Ҡош Юлы. Балалар» телепроектының финалы һәм бүләкләү тантанаһы «Йәйғор» шифаханаһында асыҡ һауала уҙҙы. Балаларҙың сығыштарын жюри ағзалары: «Тамыр» телеканалы директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ Ҡолһарина, «Ҡош юлы» йәштәр фестивале лауреаты Рөстәм Миһранов, музыкант, Via and Rock мәктәбе етәксеһе Эмиль Әһлиуллин, скрипкасы Резана Вәлиева, шағирә Айгөл Йәмилева баһаланы.
«Ҡош Юлы. Балалар» проекты йәш бардтарҙың һәм «Тамыр» ижадсыларының йөрәк ҡушыуы буйынса эшләнә тип ҡабатлауҙан туҡтамайым, — тине «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — «Ҡош Юлы» йәштәр хәрәкәте етәксеһе Тимур Йосоповтың идеяһын телевизион проект итеп тормошҡа ашырҙыҡ. Бөгөн икенсе миҙгелдең 18 финалсыһы юғары һәм ирекле осош күрһәтте. Ошо үҫмерҙәргә ысын ижад һәм уларҙы ата-әсәләренә үҙҙәренең балаларын дәртләндереүҙәре өсөн рәхмәт белдерәм. Балалар һәм остаздар араһында киләсәктә мотлаҡ һаҡланыр Ҡош юлы һуҙылды».
Проектты ойоштороусылар булып «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы һәм «Ҡош Юлы» йәштәр хәрәкәте сығыш яһаны.