Рәсәй Президенты В. Путин тарафынан 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителде. Был осраҡлы түгел. Халыҡ ижады театры – үҙешмәкәр коллектив тамаша күрһәткән майҙансыҡ ҡына түгел, үҙешмәкәр сәнғәт үҙәге лә. Бында артистар үҙ һәләттәрен күрһәтеп кенә ҡалмай, күп нәмәгә өйрәнә, фекер алыша, уңыштарын һәм уңышһыҙлыҡтарын анализлай.
Беҙҙең тамашасылар бер ҡасан да сәнғәткә, атап әйткәндә, театрға битараф булманы. Рәхмәтле лә, тәнҡитсел дә булды, ләкин битараф түгел. Уларҙың тамашаларға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлығы, спектаклдәргә әүҙем йөрөүе театр артистарын илһамландырҙы һәм уларҙа ышаныслылыҡ тыуҙырҙы. Был хаҡта музей материалдары асыҡ һөйләй.
Д. Ракшин исемендәге район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ҡыйғы халыҡ театрының тарихы һәм үҫеше тураһында бай материал тупланған.
Актерҙарҙың фотоһүрәттәре, 50–80-се йылдарҙа ҡуйылған спекталдәрҙән күренештәр менән альбомдар, ролдәрҙе башҡарыусылар күрһәтелгән театр программалары, афишалар һәм башҡа атрибуттар килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шулай уҡ район һәм республика гәзиттәрендә баҫылған мәҡәләләр менән папкалар бик күп. Уларҙа нигеҙҙә театр эше маҡтап, анализлап яҙылған, ҡайһы бер иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр ҙә осрай.
Бөгөнгө гәзит уҡыусыларға элекке гәзиттәрҙәге ҡайһы бер материалдар менән танышыу, ул замандың рухи һәм мәҙәни мөхитенә сумыу ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.
ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ БЫЛ КӨНДӘРҘӘ
Колхоз һәм совхоз баҫыуҙарында эштәр ҡыҙған көндәрҙә лә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән, колхозсыларҙан торған Ҡыйғы халыҡ театры коллективы халыҡҡа ҡыҙыҡлы һәм рухлы спектаклдәр күрһәтергә тырыша.
Театр күптән түгел ҡуйған өс актлы “Юлдан яҙған ул” драмаһы (авторы – эстон драматургы Э. Раннетт) тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Әҫәрҙә ҡатмарлы социаль-сәйәси тема уңышлы асып һалына. Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашистар пленында булып, тыуған иле Эстонияға әйләнеп ҡайтҡан Март Туйскиҙың яҙмышы, иптәштәренең уны йәмғиәт өсөн файҙалы кеше итеп тәрбиәләргә тырышыуы сағылдырыла. Март Туйск, элек насар эш-ғәмәлдәр ҡылыуына ҡарамаҫтан, шахта коллективының, пенсионер әсәһенең сабырлығы, иғтибарлылығы, изгелеклелеге ярҙамында бер ни тиклем ваҡыттан выжданлы хеҙмәтсән булып китә.
Әҫәрҙә персонаждар күп түгел: йәмғеһе биш кеше. Ләкин был кескәй коллектив та үҙенең берҙәм һәм оҫта уйыны менән тамашасыларҙа яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Марттың әсәһе – Леена Туйск ролен – иптәш Миңнур Исламова, шахта начальнигы – Мөҙәрис Вәлиев, Марттың айырылған ҡатыны Анника – Мирра Монасова, шахтер Иоханнес ролен Лотфый Хәйбрахманов башҡарҙы.
Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүселәрҙән тыш, спектаклде “Әбрәзәк” совхозы бүлексәләрендә, Салауат районы Һарғамыш ауылында, “Новый мир”, “Йондоҙ”, “Коммунизмға”, Калинин исемендәге, Ғафури колхоздарында, Балҡатай районы “Комсомолсы”, Салауат Юлаев, Фрунзе исемендәге колхоздарҙа ҡарарға өлгөрҙөләр. Сәсеү һәм мал аҙығы әҙерләү көндәрендә яңы спекталь бөтәһе 24 тапҡыр күрһәтелде.
Халыҡ театры көсөргәнешле ижади тормош менән йәшәй. Быйылғы йыл сезонында ул 42 тамаша ҡуйҙы ла инде.
Театр коллективына халыҡты мәҙәни хеҙмәтләндереүҙә яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.
"Ленин байрағы" гәзитенән. 1963 йыл.
… ”Ҡыйғы халыҡ театры килә икән…” тигән хәбәр “Янғантау” санаторийында ял итеүселәр араһында ҙур шатлыҡ тыуҙырҙы. Клуб халыҡ менән шығрым тулды.
Театр коллективы Нәжибәк Хафизовтың “Көҙҙөң бер көнөндә” тип аталған бер шаршаулыҡ комедияһын сәхнәгә ҡуйҙы, татар, башҡорт халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәренән торған концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Ял итеүселәр артистарҙың сығыштарын көслө алҡыштар менән бүләкләнеләр. Театрҙың художество етәксеһе Мөҙәрис Вәлиев, режиссер Лотфый Хәйбрахманов, баянсы Нәғим Монасов һәм ҡурайсы Ҡәнзәфәр Садиҡов, йырсы Светлана Сабирйәнова иптәштәрҙең сығыштары тамашасыларға айырыуса ныҡ оҡшаны. Уларҙы бер нисә тапҡыр сәхнәгә сығырға мәжбүр иттеләр. Был көн, ысынлап та, санаторийҙағы кешеләр өсөн шатлыҡлы байрам кисәһе булды.
– Их, бында шундай кисәләр йышыраҡ булһа ине, ниндәй күңелле ял итер инек, – тинеләр күптәр. Ҡайһы берәүҙәр көлөмһөрәп:
– Һирәгерәк булһа ла ярар ине әле, – тип, тәрән борсолоу белдерҙеләр.
… Ысынында, бында ял итеүселәрҙе культура яғынан хеҙмәтләндереү эше бөгөнгө талаптарға яуап бирерлек түгел. Ҡыйғы халыҡ театры бында февраль айында уҡ килгән ине. Шунан бирле бында сәнғәт хеҙмәткәрҙәре аяҡ баҫмаған. Кино аҙнаға бер-ике генә көн була, унда ла клубта урын етешмәүҙән, күп кешеләр керә алмай ҡалалар.
“Янғантау” – республикабыҙҙа ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә танылыу алған санаторий. Унда Силәбе, Свердловск өлкәләренән, Татарстандан һәм башҡа өлкәләрҙән дә дауаланырға килеүселәр күп. Уларға культура хеҙмәте күрһәтеүҙе яҡшыртыу, ауырыуҙарҙың рухын күтәреү дауалауҙың йоғонтоһон арттырыуға ярҙам итәр ине. Был мәсьәлә санаторий йәки курорт идараһы етәкселегенә генә түгел, республикабыҙҙың сәнғәт работниктары коллективтарына ла ҡағыла. Башҡорт дәүләт драма театры йәки Башҡорт дәүләт филармонияһы хеҙмәткәрҙәре коллективтары театр һәм концерт номерҙары ҡуйыу өсөн был санаторийға үҙ бригадаларын ебәрһәләр, ниндәй яҡшы булыр ине бит. Үкенескә ҡаршы, сәнғәт работниктары быны иҫтән сығаралар.