Алматы ҡалаһында (Ҡаҙағстан) Башҡортостандың халыҡ шағиры, арҙаҡлы шағир, яҙыусы, публицист, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримгә арналған урамды асыу тантанаһы уҙҙы.
Аҡымат һәм мәслихәт ҡарары менән Алматы ҡалаһы үҙәгендәге урамдарҙың береһенә Мостай Кәримдең исеме бирелде. Был ҡыуаныслы ваҡиғаның шағирҙың быуат юбилейын билдәләгән осорға тура килеүе лә бик һөйөнөслө.
Тантанала абруйлы ҡунаҡтар, шул иҫәптән Ҡаҙағстан Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы илсеһе Имәнғәли Тасмагамбетов, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, туғандаш республика яҙыусылары һәм шағирҙары, ҡала халҡы ҡатнашты. Сараға махсус рәүештә Башҡортостан Республикаһы делегацияһы килде, уны Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов етәкләне.
Алматы ҡалаһы аҡымы, тантанала сығыш яһап, Мостай Кәримдең ижадын ике туғандаш халыҡтың мәҙәниәтен тағы ла нығыраҡ байытыу өсөн алтын күпер тип атаны.
«Уның ижады башҡорт халҡының ғына түгел, тотош төрки донъяның рухи мираҫы ул. Бөгөнгө сара мәҙәни-ара гуманитар бәйләнеш үҫешенә ҙур көс бирер тип ышанам. Мостай Кәрим мираҫы артабан өйрәнеүҙе һәм популярлаштырыуҙы талап итә. Мостай Кәримдең байтаҡ иҫ киткес әҫәрҙәрен ҡаҙаҡ теленә тәржемә итергә мөмкин», — тип билдәләне Алматы ҡалаһы аҡымы Бахытжан Сағинтаев.
Ҡаҙағстандың мәҙәниәт һәм спорт министры Актоты Раимкулова ике туғандаш халыҡ өсөн бөгөнгө сараның оло әһәмиәтен, Мостай Кәримдең донъя әҙәбиәтенә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөн билдәләне һәм Ҡаҙағстан китапханаларында башҡорт шағирының 100-ҙән ашыу китабы һаҡланыуы хаҡында белдерҙе.
Тантанала ҡала аҡымы исеменә ебәрелгән Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың хатын уҡып ишеттерҙеләр. «Мостай Кәрим Ҡаҙағстанды бик яратты. Ул үҙенең күп кенә дуҫтары, бик яҡшы яҙыусылар һәм шағирҙар йәшәгән Алматыға килергә яратты. Уларҙы ныҡлы туғандаш ептәре бәйләне, берҙәмлек, тирә-йүнгә мөнәсәбәт, уҡыусылары алдындағы яуаплылыҡ хистәре берләштерҙе», — тине Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов. Мостай Кәрим ҡаҙаҡ ҡәләмдәш туғандары – Мухтар Ауэзов, Сабит Муканов, Габит Мусрепов, фронтташ дуҫы Абу Сарсенбаев менән ныҡ аралашты һәм уларҙан күп нәмәгә өйрәнде, тип айырып әйтте ул.
Академик, яҙыусы Сабит Досанов та Мостай Кәрим менән дуҫлығы тураһында һөйләне. Ул Мостай Кәрим шиғриәтенең тәрән мәғәнәлелеген, уның тел байлығын, матурлығын билдәләне. Ҙур дуҫлыҡ хөрмәтенә ҡаҙаҡ яҙыусыһы хатта улына Мостай тип ҡуша.
«Мостай Кәрим менән уҙған быуаттың 70-се йылдарында Алматыла таныштыҡ. Һуңынан йыш ҡына аралышып торҙоҡ, ҡаты дуҫлаштыҡ. Мостай Кәрим донъя әҙәбиәтен әҫәрҙәре менән байытып ҡына ҡалманы, ә уны яңы үрҙәргә күтәрҙе. Ул шағир-философ, проза оҫтаһы, әммә уның ижад үре булып драматургия тора. Уның пьесалары Шекспирҙың әҫәрҙәренә тиң», — тип «Башинформ» агентлығына хәбәр итте академик, яҙыусы Сабит Досанов.
Тантана аҙағында Башҡорт дәүләт университеты студенты Заһит Ғүмәров Мостай Кәримдең шиғырҙарын башҡорт һәм рус телдәрендә уҡып ишеттерҙе. Программаны Алматының «Сазген сазы» этно-фольклор ансамбле сығышы ла биҙәне.
Алматыла Башҡортостан Республикаһы делегацияһы «Мостай Кәрим – 100 йыл» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашасаҡ.