Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ижади коллективының дөйөм йыйылышында шул турала һүҙ барҙы. Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина коллективты яңы етәкселек менән таныштырҙы һәм труппаны сираттағы ижади миҙгелдә эш башлауы менән ҡотланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс процедураларынан һуң театрҙың директоры итеп
Иршат Фәйзуллинтәғәйенләнде, баш режиссеры — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Алтын битлек» лауреаты
Айрат Абушахманов.